Йәйғор
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Сентябрь 2023, 16:45

Сирек быуат сәхнәлә!

Турбаҫлы ауыл мәҙәниәт йортонда «Сөембикә» татар йыры халыҡ ансамбленең 25 йыллығына арналған юбилей концерты үтте.

Сирек быуат сәхнәлә!
Сирек быуат сәхнәлә!

«Сөембикә»нең тарихы 1998 йылдан башлана. Ул ваҡыттағы ауыл мәҙәниәт йорто директоры Гөлсәсәк Ибәтуллина художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусыларҙан вокаль ансамбль ойоштора. Уға урындағы мәктәптең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Саҙретдинова тәҡдиме буйынса татар халҡы тарихында сағыу эҙ ҡалдырған ханбикә исеме бирелә. Коллектив составына педагогтар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар һәм башҡалар инә. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ансамбль эшмәкәрлеген туҡтата. Әммә Турбаҫлы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Байрс Ҡадирбаев инициативаһы менән коллектив тергеҙелә. Ансамблде ойоштороусы Гөлсәсәк Ибәтуллина яңынан эшкә саҡырыла.

Коллектив ағҙалары төрлө сәбәптәр арҡаһында үҙгәреп тора. 2007-се йылдан башлап уның составында Турбаҫлы мәктәбе уҡытыусылары сығыш яһай, етәксеһе башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнур Шәрәфетдинова була. 2015 йылда актив ижади эшмәкәрлеге, башҡарыу оҫталығы һәм репертуарының юғары художество кимәле өсөн «Сөембикә» халыҡ ансамбле исеменә лайыҡ була.

2016 йылдан коллектив менән Иглин район мәҙәниәт йорто артисы һәм вокалисы Ләйсән Хәлиуллина етәкселек итә. Ул – музыкаль белемле тәжрибәле белгес, төрлө кимәлдәге конкурстар лауреаты. Коллективтың аккомпаниаторы – Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, күп һанлы халыҡ-ара фестиваль һәм конкурстар лауреаты һәм дипломанты Рәжәп Вәдутов.

«Сөембикә» татар йыры халыҡ ансамбле төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Уның һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелә. Ансамблдең репертуары даими яңыртыла. Тамашасылар татар халыҡ, мәжлес, хәрби йырҙарҙы, билдәле татар композиторҙарының әҫәрҙәрен һоҡланып тыңлай. Ансамбль төрлә ижади бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһай. «Сөембикә» VIII «Белоречье йондоҙҙары» төбәк-ара хорҙар һәм вокаль ансамблдәр фестивалендә ҡатнаша, «Милли ансамбль» номинацияһында I дәрәжә лауреат була. 2021 йылда «Ҡәҙерле мираҫ» халыҡ-ара татар халыҡ музыка сәнғәте фестиваль-конкурсында «Вокал (ансамбль)» номинацияһында I дәрәжә дипломға лайыҡ була. Коллектив етәксеһе Ләйсән Хәлиуллина татар халыҡ музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт хаты менән бүләкләнә.

Байрам көнөндә коллектив адресына бик күп рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Ҡунаҡтар өсөн спорт уйындары, фотозона, байрам табыны һәм башҡа бик күп нәмәләр әҙерләнгән. Ансамблде Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова тәбрикләне.  «Сөембикә» менән бергә байрам концертында Өфө ҡалаһынан саҡырылған артистар һәм Иглин районының художестволы үҙешмәкәрҙәре сығыш яһаны.

Ансамбль сығыштарын тамашасылар һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көтә. Улар коллективтың яңы сығыштар менән ҡыуандырырға әҙер булыуын белә. «Сөембикә»гә яңынан-яңы ижади уңыштар, ҙур үрҙәр яуларға насип булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ. Йыр мирасы – халыҡтың бөтмәҫ-төкәнмәҫ рухи хазинаһы, күңел көҙгөһө ул.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: