Бына әле яңы ғына улар Асҡын районында уҙған “Башҡорт йолалары вариҫтары” беренсе республика халыҡ ижады фестивалендә ҡатнашты. Халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, үҙенсәлеген нығытыу һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған сараға республикабыҙҙың 16 районы һәм Пермь крайынан ике - Ҡуйыҙа һәм Барҙа районы фольклор коллективтары һәм ғаилә ансамблдәре килде.
Халыҡ йолалары, мәҙәниәте, кейемдәре, уйындары тантана иткән фестиваль сиктәрендә “Йәшмәләр” “Уйын” бәйгеһенә етди әҙерләнде. Халыҡ уйындарына йән өргән ансамбль ағзалары “Киске уйын” ға йыйылып, - “Йәшерәм яулыҡ”, “Аҡ тирәк күк тирәк”, “Ебегән”, “Беҙ ун ике ҡыҙ инек”, “Наза”, “Ҡапҡа” башҡорт халыҡ уйындарын сәхнәләштерҙе. Дәртле йыр-моң менән үрелеп барған уйындарҙы оҫта һәм етеҙ уйнаған “Йәшмәләр” башҡорт халыҡ фольклор ансамбленең сығышын мәртәбәле жюри 3-сө дәрәжәле диплом, иҫтәлекле бүләк менән баһаланы.
Фольклор коллективтары етәкселәре өсөн “Йола һәм халыҡ уйындары аша телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау проблемалары” темаһына ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә “Йәшмәләр” ҙең етәксеһе Ләйсән Йәнбирҙина ла ҡатнашты. Жюри рәйесе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, реконструктор, “Амантай” ижади берекмәһе етәксеһе Рафаэль Амантаевтың та Пермь крайынан, республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларҙан йыйылып килгән ансамбль етәкселәренә һөйләр хәбәре, әйтер кәңәштәре күп ине. Диалог форматында үткән осрашыу унда ҡатнашҡан һәр сәнғәт кешеһенең күңелендә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Төп эшенән, уҡыуынан тыш “Йәшмәләр”ҙең репетицияларына, төрлө сығыштарға йөрөргә ваҡыт тапҡан хөрмәтле апай-инәйҙәр, уҡыусы балалар Асҡын районына барып, кинәнеп йөрөп ҡайтты. Ни тиһәң дә, “Йөрөгән таш шымара” тип юҡҡа әйтмәгән бит халҡыбыҙ. Башҡа ансамблдәрҙең сығыштарын күреп, уларҙың ағзалары менән аралашҡан яҡташтарыбыҙ уларҙың тәжрибәһен артабан үҙ эшендә ҡулланып, файҙаһын күрер.