Йәйғор
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Октябрь 2023, 16:58

Нуриман ҡыҙҙары

“Байыҡ” бейеү бәйгеһенең  II турында “Нуриман ҡыҙҙары” ансамбле  уңышлы сығыш яһап, декабрь айында үтәсәк гала – концертта ҡатнашыу  хоҡуғын яуланы.   Коллективтың сағыштырмаса күптән түгел барлыҡҡа  килеүенә ҡарамаҫтан, һәр яҡлы тырышлыҡ тиҙ арала бына ошондай  һөҙөмтәләргә килтерҙе.

Нуриман ҡыҙҙары
Нуриман ҡыҙҙары

Донъяға бөтә балалар ҙа һәләтле булып тыуа. Шул һәләтте  бәләкәйҙән тойомлап, үҫтерә белеү бөйөк шәхестәрҙең барлыҡҡа  килеүенә булышлыҡ итә. Тамсы тама – тама ташты тишә, ти халыҡ.

Кешегә һалынған һәләтте асыу өсөн дә бына ошо тамсы кеүек эшләү  мотлаҡ.

“Байыҡ” бейеү бәйгеһенең  II турында “Нуриман ҡыҙҙары” ансамбле  уңышлы сығыш яһап, декабрь айында үтәсәк гала – концертта ҡатнашыу  хоҡуғын яуланы.   Коллективтың сағыштырмаса күптән түгел барлыҡҡа  килеүенә ҡарамаҫтан, һәр яҡлы тырышлыҡ тиҙ арала бына ошондай  һөҙөмтәләргә килтерҙе. Ҡыҙҙар билдәле башҡорт бейеүҙәре белгесе  хореограф Лидия Нагаеваның 1985 йылда ҡуйған “Батмус” бейеүен  башҡарҙы. Бейеүселәребеҙ төрлө һөнәр эйәләре: Зиннәтуллина Әлиә  менән Ғилметдинова Гөлсара Нуриман районының күп функциялы үҙәге  белгестәре, Әхмәҙуллина Ләйсән – мировой судья, Сабитова Альбина –  “Әкиәт ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, Мостафина Ольга - өй хужабикәһе.  Гөлфиә Саҡаева -  Иҫке Күл урта мәктәбе директоры. Үҙе етәкләгән  белем усағында уҡыусы ҡыҙҙарҙы бейеү серҙәренә өйрәтә, шаяндар һәм  отҡорҙар клубын алып бара.

Ансамбль эшмәкәрлеген район мәҙәниәт идаралығы етәксеһе  Хәлилова Линиза Шаһбал ҡыҙы һәм уның урынбаҫары Нәғилә  Шөғәйепова етәкләй. Башҡарған эштәре, вазифалары төрлө булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙарҙы  бейеү сәнғәтенә булған һөйөү дуҫлаштыра һәм берләштерә.

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: