Йәйғор
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ноябрь 2023, 17:07

Тикшеренеү эше менән билдәле Айнур

Айнур Сәпиев Силәбелә үткән бөтә Рәсәй экологик форумында йөн баҫыу техникаһы буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, художестволы ижадта йөндө нисек итеп ҡулланыу тураһында ла һөйләне.

Тикшеренеү эше менән билдәле Айнур
Тикшеренеү эше менән билдәле Айнур

Етәксеһе Нәфисә Ғилметдинова менән бер нисә йыл дауамында алып барған тикшеренеү эше - этник орнаментты өйрәнеүгә арналыуы хаҡында ла бәйән итте. Уҡыусы төрки халыҡтары мәҙәниәтендә орнамент ҡулланыу тураһында ҙур фәнни материал туплауы тураһында ла ихлас бүлеште. Йәш этнографтың теоретик белеме һәм уның был өлкәләге практик оҫталығы уның ижади лабораторияһына килгән балаларҙы ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы.
Өфө районының Нөрлө мәктәбендә 9-сы класта уҡыған егет район балалар ижады йортоноң «Йәйғор» студияһында әүҙем шөғөлләнә.Айнур Сәпиев күп кенә республика һәм бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе булараҡ та, оҫта ҡуллы уҡыусылар араһында киң билдәле.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: