Йәйғор
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Ноябрь 2023, 17:26

Ижад дарманы көслө ине

Нуриманлылар билдәле шәхестәренең исемен һәм хәтерен мәңгеләштереү буйынса маҡсатҡа ярашлы эштәр алып бара. Мәҫәлән, район үҙәге Ҡыҙылъяр ауылының бер урамы Ғәйнан Хәйри исемен йөрөтһә, яҙыусының тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы Иҫке Күл урта мәктәбендә мемориаль таҡтаташ асылды. Районда йыл һайын уның ижадына арналған әҙәби саралар үткәрелеп тора.

Ижад дарманы көслө ине
Ижад дарманы көслө ине

Тауҙарымдың тыныс күкрәгенән

Аҡ шишмәләр түгел, моң аға.

Тыуған һуҡмаҡтарың булыуҙан да

Оло бәхет бармы донъяла...

 

Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған был шиғри юлдарҙың авторы - яҙыусы, шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Ғәйнан Хәйри. Әҙәбиәт һөйөүселәр уның башлыса “Боролош”, “Кооператорҙар”, “Ҡатын” исемле әҫәрҙәре менән таныш. Ә бына үткән быуаттың егерменсе йылдарында иһә Ғәйнан Хәйри шағир булараҡ танылыу яулауын күптәр белмәй.

Октябрь революцияһы идеяларын бөтә йөрәге менән ҡабул иткән йәш әҙиптәрҙең ижадына күҙәтеү яһаһаң, шуны абайларға була: улар ижадына уртаҡ сифаттар хас. Мәҫәлән, был осор әҙиптәренең, шул иҫәптән Ғәйнан Хәйриҙең дә, төп темалары – синфи көрәш, ауыл йәштәре тормошо, ҡатын – ҡыҙ яҙмышы, тыуып үҫкән ерҙе гөл – баҡса итеү теләге һ.б.

 

Беҙ һыуҙарҙан көслө ағабыҙ,

Беҙ уттарҙан көслө янабыҙ.

Кисә хыял тигән нәмәләрҙе

Беҙ тормошта бөгөн табабыҙ.

 

Ғәйнан Хәйриҙең “Яңы йыр” тип аталған шиғырынан алынған был юлдарҙа авторҙың эске донъяһының сағылышын асыҡ күрергә була. Шул осорҙа сыҡҡан “Беҙҙең яҙ”шиғырҙар, “Башҡорт ауылында”, “Онотолған әкиәт”, “Сабата” очерктар йыйынтыҡтары уның арымай – талмай дәртле ижад итеүе тураһында һөйләй. Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ( яҙыусы 35 йәшендә генә яҡты донъя менән хушлаша) бай әҙәби мираҫ ҡалдырған әҙип ул Ғәйнан Хәйри.

Нуриманлылар билдәле шәхестәренең исемен һәм хәтерен мәңгеләштереү буйынса маҡсатҡа ярашлы эштәр алып бара. Мәҫәлән, район үҙәге Ҡыҙылъяр ауылының бер урамы Ғәйнан Хәйри исемен йөрөтһә, яҙыусының тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы Иҫке Күл урта мәктәбендә мемориаль таҡтаташ асылды. Районда йыл һайын уның ижадына арналған әҙәби саралар үткәрелеп тора.

Быйылғы “Ғәйнан уҡыуҙары” райондың Иҫке Күл ауылы мәҙәниәт йортонда уҙҙы. “Ижад дарманы көслө ине” исемле бәйгелә район мәктәптәре уҡыусылары, уҡытыусылар, китапханасылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көс һынашты. Бер - бер артлы 38 бәйгесе  сәхнәгә күтәрелде. Һәр ҡайһыһы авторҙы яңы яҡтан асырға тырышты, шиғри һәм сәсмә әҫәрҙәрен тасуири һөйләү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Сара автор ижадының бай һәм күп яҡлы икәнен аса алды.

 “Ғәйнан уҡыуҙары” һөҙөмтәләре буйынса бер ҡатнашыусы ла бүләкһеҙ ҡалманы. Шулай ҙа Даян Шәрипов, Аделия Кирәева, Тимур Хамматов, Ләйсән Рәхмәтуллина, Сәриә Йәркәева  кеүек нәфис һүҙ оҫталарын айырым билдәләп үтергә кәрәк. “Йәшлек”гәзите, “Аманат”журналы хеҙмәткәрҙәре үҙ баҫмаларына яҙылыу өсөн сертификаттар таратып, бәйгенең бәҫен күтәрҙе.

Көҙәй ырыуы ҡоро етәксеһе, юридик фәндәр докторы, профессор Рафаэль Нариман улы Зиннуров үҙ сығышында киләсәктә хәл ителәһе эштәр тураһында һөйләне, Ғәйнан Хәйригә бюст асыу буйынса әҙерлек эштәренең башланыуын белдерҙе.

Яҙыусының әҙәби мираҫы тулыһынса өйрәнеп бөтөлгән тип әйтергә иртәрәктер.  Әҙәбиәт ғилеме белгестәре өсөн башҡорт совет әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән Ғәйнан Хәйри ижадын өйрәнәһе һәм тикшерәһе бар әле.

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: