Йәйғор
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Декабрь 2023, 09:27

Музыка етәксеһенә – диплом

Светлана Зорина «Мәғариф ойошмаһының иң яҡшы профессионалы» номинацияһында II дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Светлана Ивановны лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ, артабанғы эшендә уңыштар һәм яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Музыка етәксеһенә – диплом
Музыка етәксеһенә – диплом

Декабрь уртаһында Санкт-Петербургта XI «Рәсәй тәрбиәселәре» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Был мәртәбәле сарала Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаттары, мәғариф өлкәһендә власть органдары вәкилдәре ҡатнашты. Конкурста ҡатнашҡан илебеҙҙең 4500 ашыу уҡытыусыһы араһынан иң яҡшылары еңеү яуланы!
Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре араһында Өфө районының Михайловка ауылындағы «Ромашка» балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Светлана Зоринаның булыуы ҡыуаныслы. Светлана Ивановна «Мәғариф ойошмаһының иң яҡшы профессионалы» номинацияһында II дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Светлана Зоринаны лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ, артабанғы эшендә уңыштар һәм яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!
Эшлекле осрашыу сиктәрендә «Рәсәй тәрбиәселәре: Нева ярындағы бала саҡ авангардында» бөтә Рәсәй форумы үтте. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған мәғариф алдынғылары яңы эш алымдарына туҡталды, хеҙмәттәштәре менән аралашып, тәжрибә лә уртаҡлашты.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: