өрлө һөнәр эйәләре, төрлө холоҡло, әммә музыканы һәм йырҙы бик яратҡан кешеләр ижади коллективҡа берләшә. Мәҫәлән, Әлмира Латипова, Илвира Ғәйфуллина, Гөлназ Фәттәхова - Ҡармасан мәктәбе уҡытыусылары, Гөлназ Ямалетдинова - мәктәп хужалығы мөдире, Эльвира Низамова – «Башаҡ» балалар баҡсаһы мөдире, Светлана Ғәниева, Гөлфиә Исмәғилева, Зөлфиә Нуриева - тәрбиәселәр, Ирина Мөхәмәтйәнова - сауҙа хеҙмәткәре, Әлфинә Хәбипова - хаҡлы ялда.
Дебют сығышы менән “Һандуғас” ансамбле Октябрьский ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә үткән “Тере йолалар” район халыҡ ижады фестивалендә ҡатнашты. Лайыҡлы сығыш яһаған һәм байрамдың биҙәге булған коллективҡа рәхмәтле тамашасылар көслө алҡыштар бүләк итте!