Ленинское ауылында урынлашҡан «Агротех» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ике һауымсы-робот эшләй. Улар 156 һыйырҙы һауа. Роботтар һыйыр елендәрен дә, ҡорамалдарҙы ла ентекле итеп йыуа. Һуңынан ғына яңы малдар индерелә. Роботлаштырылған һауыу техникаһында һөт ябыҡ циклда һауып алына. Һуңынан махсус датчиктар ярҙамында һыуытҡысҡа ебәрелә. Мал рационын төҙөүҙә, һөт сифатын тикшереүҙә һәм генетиканы көйләүҙә был роботлаштырылған һауын техникһы иң ышаныслыһы тип һанала.
Хужалыҡта 1000 баштан ашыу эре мөгөҙлө мал аҫрала, шуларҙың 500-ҙән ашыуы айршир тоҡомло һыйырҙар. Малдар робот ярҙамында яңы ысул менән башҡарылған һауымға өйрәнгәндәр ҙә инде.
Роботлаштырылған системаны ҡулланыу һөттә юғары сифат, ә малдарҙың сәләмәтлеген контролдә тоторға мөмкинлек бирә, ти белгестәр.
Ҡиммәтле заманса робортлаштырылған һауын техникаһы лизингҡа һатып алынған, бөтәһе 42 млн һум аҡса тотолған