Йәйғор
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2022, 21:26

Хайуандар өсөн “Матурлыҡ салоны”

Социаль эшҡыуарлыҡҡа өҫтөнлөк биргән Берләштерелгән металлургия компанияһы йылдан –йыл “Үҙ эшеңде башла” программаһын тормошҡа ашырыу өсөн күп көс түгә.

Хайуандар өсөн “Матурлыҡ салоны”
Хайуандар өсөн “Матурлыҡ салоны”

Тап ошо программала еңеп сыҡҡан Ғәлиә Шәйхисламова Благовещен ҡалаһында эттәр һәм бесәйҙәр өсөн матурлыҡ салонын асыуға өлгәшкән. Груммер һөнәренә эйә булып, оҫталыҡ дәрестәрендә үҙенең һөнәри кимәлен үҫтергән Ғәлиә өс йыл дауамында күп хеҙмәттәр күрһәткән ошо салонды асыу теләге менән янып йөрөй. Эш кабинетын тулыһынса йыһазландырған ветеринар табиптың һөҙөмтәле эше өсөн бында барыһы ла бар. Иң ауыр һәм кәрәкле һөнәр һайлаған Ғәлиә хәҙер махсус инструменттар менән эре һәм йөнтәҫ эттәрҙең йөнөн киҫә, тараҡтар менән йөндәрен тарай. Ғөмүмән, хайуандарҙың һаулығы өсөн ул барыһын да эшләй, һорауҙар менән килгәндәргә кәңәшен бирә, салонға өсөнсө тапҡыр килеүселәрҙе бушлай ҡабул итә.

-Кесе дуҫтарыбыҙ – эт, бесәйҙәрҙе яҡшы шарттарҙа ҡараған  хужаларға һоҡланыуымды бер ҡасан да йәшерә алмайым, уларҙы яратып тәрбиәләгән хужаларына тик рәхмәт һүҙҙәрен генә әйтәм. Киләсәктә  ҡалала грумминг мәктәбен асып ебәрергә лә уйлайым. Ошо мәктәпте тамамлағандар аҫраған хайуандарын үҙҙәре үк тәртипкә килтереү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. “Экология” милли проект сиктәрендә Берләштерелгән металлургия компанияһының финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырылған минең шәхси эшем ҡала халҡы араһында яҡшы тәьҫораттар ғына тыуҙырҙы,- тип һөйләне йәш эшҡыуар Ғәлиә Шәйхисламова.

Хайуандар өсөн “Матурлыҡ салоны”
Хайуандар өсөн “Матурлыҡ салоны”
Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: