Йәйғор
+9 °С
Ясно
Новости
29 Ноября 2022, 06:37

Радий Хәбиров Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Ырымбурҙа Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер менән осраштыРадий Хәбиров Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер менән осрашты
Радий Хәбиров Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер менән осрашты

Сара башланыр алдынан ул Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер менән осрашты һәм транспорт, юл инфраструктураһы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

«Өфө менән Ырымбур араһында тимер юл бәйләнеше һәйбәт темптар менән үҫешә. Пассажирҙарға заманса һәм уңайлы «Орлан» поезы бик оҡшай. Был эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереүгә лә булышлыҡ итә», - тине Радий Хәбиров.

Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең яҡшы мөмкинлектәрен билдәләне.

Автор:ИА «Башинформ»
Читайте нас