Башҡортостандың Благовещендағы СИБУР компанияһында етештерелгән экологик шешәлә "Красный ключ" һыуы магазин кәштәләренә һатыуға сығарылды.
«Красный ключ» эсәр һыу өсөн яңы шешә Сибур компанияһы етештергән эшкәртелгән пластиклы vivilen полимер гранулаһынан эшләнгән. 10 майҙан башлап Өфөләге «Пятерочка» магазиндарында яңы экологик шешәләге һыу һатыуҙа бар. «Красный ключ» Башҡортостанда Vivilen экологик шешәләрендә һыу етештергән беренсе компания була.
Был шешәне нисек етештерәләр?
- Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу төбәк программаһы сиктәрендә йыйылған пластик шешәләрҙе һайлап алыу бара.
-Һайланған пластик сортлау комплекстарына ебәрелә, унда этикеткаларҙан таҙартыла.
- Артабан пластик Екатеринбургҡа һәм Пермгә эшкәртеүгә ебәрелә. Бында уларҙы ваҡ киҫәктәргә ваҡлайҙар, уларҙы ныҡлап йыуалар һәм киптерәләр, флексаға әйләндерәләр.
- Флекса Сибур Полиэф предприятиеһына Благовещенға килтерелә. Бында флекса, инеү контроле һәм таҙартыу үткәндән һуң, юғары температурала махсус технология буйынса беренсел полимер менән ҡушыла, һөҙөмтәлә Vivilen инновацион гранулаһы барлыҡҡа килә.
-Vivilen шешәһен ҡулланғандан һуң, циклды сикһеҙ итеп, яңынан эшкәртеүгә тапшырырға мөмкин.
Шуға күрә, әгәр магазин кәштәләрендә "Красный ключ" һыу шешәһен күрһәгеҙ, белегеҙ: унда беҙҙең Благовещендың да ҡатнашлығы бар.