Йәйғор
+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август , 16:36

Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре билдәле булды

Ата-әсәләр балаларына йышыраҡ Әминә (309), София (257), Эмилия (250), Йәсминә (243), Арина (245), Әмир (369), Тимур (256), Эмир (238), Марк (252), Артем (245) тип ҡушҡан

Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре билдәле булды
Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре билдәле булды

Башҡортостанда 2024 йылдың 1 ғинуарынан 25 авгусына тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың һирәк осраған һәм популяр исемдәрен атанылар. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.

Ҡыҙҙар араһында һирәк осраған исемдәр: Айым, Фина, Катарина, Ева-Карнелия һәм Ань Зыонг. Ә малайҙар араһында — Тристан, Ариз, Федор, Мәжит, Мөхәммәтсафа.

Ата-әсәләр балаларына йышыраҡ Әминә (309), София (257), Эмилия (250), Йәсминә (243), Арина (245), Әмир (369), Тимур (256), Эмир (238), Марк (252), Артем (245) тип ҡушҡан.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: