Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
1 Февраль 2017, 12:30

Никахлылар була бәхетле

Исламда ғаилә төшөнсәһе юғары баһалана. Бер ояның ике нигеҙ ташы булырға ҡарар иткән буласаҡ ир менән ҡатын бер-береһенә бәйләнешле хоҡуҡ вазифаларын яҡшы белеп, ҡорасаҡ ғаилә усағын бәхет һәм шатлыҡ сығанағы итергә ынтыла. Үҙенең намыҫын, тәбиғәт биргән тәғәйенләнешен өйләнеү, кейәүгә сығыу менән генә һаҡлай алған аҡыллы, мөләйем йәштәребеҙ Благовещен ҡалаһы ҡыҙы Юлиә Әүхәҙиева менән Балаҡатай районы Билән ауылы егете Андрей Вәхитов никахҡа етди уйлап, аңлы баҫты.
Икеһе лә мәктәптә яҡшы уҡып, Өфөләге яғыулыҡ-энергетика колледжын, артабан Өфө нефть, авиация университеттарын уңышлы тамамлап, тормошта кәрәкле һөнәр алған йәштәрҙең өйләнешергә ҡарар иткән теләгенә яҡындары ҡаршы килмәй, ризалығын бирә. Ни тиһәң дә, Юлиә һөйгәненең армия хеҙмәтен тултырып ҡайтыуын да тоғро көтөп ала. Әле улар икеһе лә йәш белгес булараҡ Өфөнөң “ОЗНА инжиниринг” йәмғиәтендә хеҙмәт юлын башлап ебәргән. Андрей – инженер, Юлиә хисапсы вазифаларында. Буласаҡ йәш ғаиләнең үҙ көнөн үҙе күрергә бар мөмкинлеген күҙ уңында тотоп, туғандары менән никах туйы көнөн дә билдәләйҙәр.
“Уйланған эш – бөткән эш” тигәндәй, ике яҡлап та саҡырылған ҡунаҡтар Юлиәнең әсәһе Зөлфирә Рәфил ҡыҙы тыуып үҫкән йортҡа, Борай районының Ҡоҙаш ауылына йыйылды. Биш ҡыҙына яҡшы тәрбиә, белем биргән, уларҙың никах туйҙарын үткәреп, 9 ейән-ейәнсәрен, 3 бүлә-бүләсәрен оло һөйөү менән баҡҡан Әнзимә Ғәҙелҡарам ҡыҙы Зиннәтуллинаның күркәм, бөхтә йортонда уҙған ейәнсәренең никах туйына барса туған-тыумаса, күрше-күлән килде.
Үкенесле шул был донъя. Ошо шатлыҡлы минуттарҙы 51 йыл бергә йәшәгән ире Рәфил Ғиниәтулла улы ғына күрә алманы. Уның вафатына 6 йыл ғүмер үткән.
- Балаларымдың ҡурсалауы, ярҙамы, яратыуы йәшәргә көс бирә. Ейәндәремде башлы-күҙле итеү минең кеүек оло йәштәге кешегә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Уларға олатаһы менән беҙҙең һымаҡ бәхетле, оҙон ғүмер кисерергә насип булһын, - тип һөйләй Әнзимә апай.
Ике районды берләштергән, туғанлаштырған никах туйы мул ризыҡлы табын артында башланып китте. Ҡоҙаш ауылы мәсете “Әлфит”тең имам-хатибы Фриль Суфиянов тирә-йүнгә мәғлүм булған никахты хуплап, табынға йыйылғандарҙы туғанлашыуҙары менән ихлас тәбрикләне. Ир менән ҡатын хоҡуҡтарын аңлатыуҙы ул Пәйғәмбәребеҙ хәҙисе менән башлап китте: “Өйләнегеҙ, йәшәгеҙ, сөнки мин Ҡиәмәт көнөндә башҡа өмөттәргә ҡарағанда һеҙҙең күп булыуығыҙ менән ғорурланырмын”, - тигән.
- Ир - ғаилә башлығы. Бөтөн йорт эштәрен башҡарыу, ҡарау, шулай уҡ өйҙөң, ғаиләнең ихтыяждарын тәьмин итеү менән шөғөлләнергә тейеш. Ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә сәләмәт, таҙа мөхит булдырыу, ирен ғаилә башлығы итеп таныу, һөйөү, ихтирам күрһәтеү, балаларҙың иҫән-һау тәрбиәләнеүенә, белемле булыуына ныҡ иғтибар биреү, ирҙең тапҡанын әрәм-шәрәм итмәү, өйҙә тәртип, бөхтәлек булдырыу өсөн яуаплы. Ир менән ҡатын араһында төплө ышаныс, йылы тойғолар урын алһын, һис ҡасан бер-береһен алдамаһындар. Килгән ауырлыҡтарҙы ысын күңелдән уртаҡлашып, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәүҙәре фарыз, - тип имам-хатиб йәштәргә вәғәз һөйләне. Йәш ғаиләнең иң беренсе уртаҡ документы – никах кенәгәһен дә тапшырҙы.
Никахтағы ҡунаҡтар яңы тыуған ғаиләнең башлығы Андрейҙың ҡатыны Юлиәгә мәһәргә алтын сылбыр бүләк итеүенә шаһит булды. Хәйер-саҙаҡа таратҡан туған-тыумаса йәштәргә изге теләктәр теләп, бүләктәрен дә бирҙе. Һәр ата-әсә үҙ балаһының бәхетле булыуын теләй. Бөрө медицина училищеһын тамамлап, 1995 йылда Благовещен район дауаханаһына шәфҡәт туташы булып эшкә килгән Зөлфирә Әүхәҙиева ошо ерҙә төпләнеп ҡалған. Хеҙмәттәштәре араһында абруй яулаған уңған ҡатын ике ҡыҙы – Юлиәһе менән Линараһын тәрбиәләп, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтереүгә күп көсөн һала. Кейәүе Андрейҙы улым тип ҡабул иткән әсәнең балаларына әйтер нәсихәттәре күп ине: “Үҙегеҙ теләп башлаған ғаилә тормошоғоҙҙа саф мөхәббәтегеҙҙе һүндермәй, татыу, йәшәгеҙ. Ике яҡ туғандарығыҙҙы тиң күреп, беҙҙе ейән-ейәнсәрҙәр менән һөйөндөрөгөҙ. Үҙ бәхетегеҙ үҙ ҡулығыҙҙа. Ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе шатлыҡ менән үткәреү – аҡыллылыҡ”.
Яңы тормош юлына аяҡ баҫҡан Юлиә менән Андрейҙың никахлашыу көнө сағыу ваҡиғаларға бай булды. Йәш кәләштең бала сағы үткән матур тәбиғәтле Ҡоҙаш ауылы эргәһендәге Танып йылғаһы буйына, ялан-ҡырҙарға, тирә-йүнгә билдәле, ғашиҡтар килә торған Аҡҡош күле ярына барып йәштәр иҫтәлеккә фотоға төштө. Динебеҙҙе тотоп, никах менән ҡушылған йәш ғаиләнең алда мал-мөлкәте ишәйһен, уларҙың дәрәжәһенә һәм игелекле сифаттарына ҡеүәт, тормоштарына бәхет, шатлыҡ өҫтәлһен.

Читайте нас: