Йәйғор
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәйғор почтаһынан
5 Ғинуар 2021, 14:47

Юғалған ауылдар тарихы

Маковка-1, Маковка-2, Карсаковка ауылдары уҙған быуат баштарында Столыпиндың аграр реформаһы йылдарында барлыҡҡа килгән.

Бөрө ҡалаһында тыуып – үҫкән Светлананы буласаҡ ире Павел Жилин үҙенең тыуған ауылы Игнатовакаға алып ҡайта. Шунан башлап йәш кәләштең яҙмышы Шишмә районы менән ныҡлы бәйләнә.
– Бөрөмдө бик һағынһам да, ошо ерҙәге халыҡ, уның тормошо, көнкүреше менән бөгөнгө донъям айырылғыһыҙ булып бергә үрелгән. Ошо районға арналған альбом, төрлө ҡулланма материалдарым һәм тикшеренеү эштәрем дә күп. Улар араһынан иң күңелгә ятҡаны минең өсөн бына ошо – «Шишмә районының онотолған ауылдары...», – тип һөйләй ҡасабаның үҫмерҙәр китапханаһында эшләгән Светлана Викторовна.
Маковка-1, Маковка-2, Карсаковка ауылдары уҙған быуат баштарында Столыпиндың аграр реформаһы йылдарында барлыҡҡа килгән. Курск өлкәһе рустары, Полтава яғынан күсенгән украиндар, поляктар был ауылдарға нигеҙ һалған. Ни сәбәптәндер, Себергә барып етә алмаған күскенселәр ҙә ошо ерҙәрҙә туҡтап, донъя көтә башлаған. Жилин, Капустин, Таран, Коваленко, Мажара, Тристан, Панченко, Ялозюк, Щерба, Литвин, Михайленко, Цыбульскийҙар һ. б. алда телгә алынған ауылдарҙа йәшәгән. Был фамилиялар бөгөнгө көндә лә районда бик яҡшы билдәле. Уларҙың күптәре алдынғы эшселәр, лайыҡлы етәкселәр, уңған колхозсылар. Граждандар, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла башҡорт, татар, мишәр халыҡтары менән бер булып, иңгә-иң терәшеп фронтта ла һуғышҡан, тылда ла эшләгән улар.
– Оло быуын баҡыйлыҡҡа күсә бара, улар менән бергә тарих биттәре лә ябыла. Ниңә ошо эштәрҙе улар иҫән саҡтан башламаным икән тип бик үкенәм, бик күп нәмәләрҙе белергә, асыҡларға булыр ине. Милләттәрҙең бер-береһен хөрмәт итеп, дуҫ булып йәшәүҙәренә ҡағылышлы бер тарихты ла иҫкә төшөрөп китәйем. Һәҙиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Ардыуанова ғаиләһе менән гел Маковкала йәшәне. Ул русса ауыр һөйләшһә лә, гел бер-беребеҙҙе аңлай торғайныҡ. 50 - се йылдарҙа ауыл Игнатовкаға күсә башлағас, Һәҙиә лә бергә күсте тип иҫләй ине ауылдағы ололар. Материалдар йыя башлағас, ишеткән-белгән кешеләр төрлө тарафтарҙан боронғо фото - хаттарҙы электрон почтаға ебәрә башланы. 2018 йылда Раштыуа уҡыуҙарында ҡатнаштым, мәсеттә лә сығыш яһаным, былар тағы ла дәртләндереп ебәрҙе, бай материал тупларға ла ярҙам итте, – ти үҙ тарихына битараф булмаған әңгәмәсем. 3 йыл буйы эҙләнеү-тикшеренеүҙәр үҙ һөҙөмтәһен дә бирә. Белоруссия, Литва, Бирабиджан, Байкал, Йыраҡ Көнсығыш һ. б. яҡтарынан килгән эштәр араһында беҙҙең райондашыбыҙҙың эше лә баһалана.
– Башҡарған эҙләнеү эштәрем килер быуындарға, балаларға ысын аманат булһын. Эшемдә ярҙам иткән ауылдаштарыма бик рәхмәтлемен.
Уртаҡ эш башҡарып, күп нәмә белдек, байтаҡ кешеләр үҙҙәренең ата-бабаларының ҡайҙан килгәнен, фамилияларын, ниндәй ҡатлам кешеләре булыуын да асыҡланы,– ти Светлана Викторовна.
Читайте нас: