Йәйғор
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәйғор почтаһынан
19 Июль 2022, 10:35

Бәхетен үҙ ҡулдары менән быуҙы

Был хәл республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарының береһендә булды. Исемдәр үҙгәртелеп алынды. Автор исем-шәрифтәрен күрһәтмәүен һораны.

Гөлсибәр күп балалаы ғаиләлә тыуып үҫте. Ҡыҙ тырышып уҡыны, матур итеп һүрәт төшөрөргә, ҡул эштәре менән менән булырға яратты.

Буй еткәс, сибәр ҡыҙ артынан егеттәр көтөүе менән йүгерҙе. 18 йәшендә генә Гөлсибәр беренсе мөхәббәте Юлайҙан һау-сәләм ул тапты. Тик ир генә ул шатлыҡты уртаҡлашырға ашыҡманы.

Гөлсибәр ҙә быға  бик ҡайғырманы.Улына өс йәш тигәндә, тағы бер ир менән осраша башланы, һыра менән дә дуҫлашты. Баланы күп ваҡыт апаһы ҡарап ҡалды. Ҡатын ирҙең ғаиләһе бар икәнен яҡшы белә ине. Тик был уны туҡтатманы. Шулай осрашып йөрөй торғас, аурғы ҡалыуын белде. Ваҡыты килеп еткәс, Гөлсибәрҙең ҡыҙы тыуҙы.

Йәшәргә урын булмағас, ҡатын ике балаһын күтәреп, күптән инде мәрхүм булға әсәһенең йортона ҡайтты.

Имсәк балаһы булыуына ҡарамаҫтан, Гөлсибәр спиртлы эсемлектәр, ир-егеттәр менән мауығыуын ташламаны. Тирә-яҡта үҙенә Маша (ни өсөндөр) тигән ҡушамат та бирҙеләр.

Балалар күп ваҡыт үҙҙәре генә өйҙә ҡалды. Ҡыштарын һыуыҡ, ҡараңғы йортта сабыйҙар нисек түҙгәндәрҙер. Күршеләр дүрт йәшлек малайҙың сана һөйрәп, бер телем икмәк һорап йөрөүҙәрен дә һөйләнеләр, матур ғына булып үҫеп килгән ҡыҙ баланың һаулығы менән проблемалар башланды.

Балаларҙы әсәнән айырырға ҡарар итәләр: малайҙы Гөлсибәрҙең апаһы ала, ә ҡыҙын күше райондан бер ғаилә тәрбиәләп үҫтерә. Ҡасандар аяғына ла баҫа алмаған ҡыҙсыҡ, спорт менән мауыға, медицина колледжында белем ала. Ғүмер биргән әсәһен беергә лә теләмәй. Уның иң яҡын, таянырлыҡ кешеһе, ысын әсәһе – ҡарап үҫтергән кеше.

Балаларын тартып алғас, Гөлсибәр күп уйлап тормай тағы бер малай таба. Уныһын бер йыл да ҡарай алмай, тағы ҡолаҡ ҡаға. Сабый балалар йортонда оҙаҡ тормай, уны улыҡҡа алалар. Әсәй тигән кешегә мәғлүмәт биреү тыйыла.

Ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтен юғалтҡан Гөлсибәр йылдан-йыл ир алыштыра. Тағы бер-бер артлы өс ҡыҙ таба. Был юлы балаларын ҡарай, эсеүен ташлай... Тик оҙаҡҡа түгел.

Сираттағы мәжлес хәмерһеҙ үтмәй. Гөлсибәр бер ирҙең башына таш менән һуға. Ҡатынды шартлы рәүештә өс йылға иркененән мәхрүм итәләр.

Инде был ҡарар ҙа Гөлсибәрҙе аҡылға утыртмай...

Оло улын апаһы үҫтереп, белемле итә. Егет хеҙмәт итеп ҡайта. Ошо ваҡытта «әсәй» үҙенең барлығын белдерә. Егет уны йәлләп ҡунаҡҡа барып йөрөй. Улын да «әсәй» булараҡ кеше хәмер эсергә өйрәтә. Егет эшен ташлап, әсәһе янына йәшәргә күсеп бара. Йәмле йәҙең бер көнөндә егет батып үлә. Юҡ, иҫерек булмай ул, көҙән тарта...

Ҡара ҡайғы ла Гөлсибәргә аҡыл бирмәй.  Боронғолар белеп әйткән: ана һөтө менән кермәгәнде, тана һөтө менән генә кертеп булмай...

Гөлсибәрҙең был өс ҡыҙын да тартып алалар, ә үҙен төрмәгә утырталар... Хәҙер ҡыҙҙарына хаттар яҙа. Тик сабыйҙар уны кисерерме?

 

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: