Ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эш көнө аҙнаһына 36 сәғәттән артырға тейеш түгел, эш хаҡы ла һаҡланып ҡалырға тейеш.
Документ шулай уҡ, әгәр хеҙмәт шарттары буйынса эш көнө өлөштәргә бүленгән булһа, ауыл ерендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың арттырылған түләүгә хоҡуғын гарантиялай.
ТАСС хәбәр итеүенсә, был льгота әлегә тиклем РСФСР Юғары Советының 1990 йылғы ҡарары менән регламентланған. Дәүләт Думаһы законды ҡабул иткәнсе, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡыҫҡартылған эш көнөнә хоҡуғы федераль закон менән нығытылмағайны.