Йәйғор
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2019, 10:35

Заман талаптарына ярашлы

Нуриман үҙәк дауаханаһының терапия бүлегендә капиталь төҙөкләндереү эштәре алып барыла

Беҙ һәр саҡ үҙебеҙҙең йортобоҙ, ихата алдары тураһында хәстәрлек күрергә тырышабыҙ. Бөхтәлек, таҙалыҡ, ваҡытында үткәрелгән төҙөкләндереү эштәре күңел торошонда ыңғай тәьҫораттар уята.
Ә бына дауахана пациенттары һаулығы өсөн ошондай хәстәрлек айырыуса мөһим.
Нуриман үҙәк дауаханаһының терапия бүлегендә капиталь төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Әлеге ваҡытта бөтә эш кабинеттарының, палаталарҙың стеналары штукатурланған, буяу эштәренә әҙерләнгән. Төҙөүселәр түшәм һәм иҙән эштәрен алып бара, пластик тәҙрәләр урынлаштыра. Терапия бүлегендә хәҙер көндөҙгө стационар ҙа айырым буласаҡ.
Төҙөкләндереү эштәре планы буйынса процедура кабинеттары, санузел иҙәндәренә плита түшәү ҡаралған, шулай уҡ ирҙәр һәм ҡатын – ҡыҙҙар өсөн душ кабинеттары сафҡа инәсәк.
Дауалау бүлегенә яңы карауаттар, тумбалар, матрастар ҡайтарылған, өҫтәлдәргә һәм шкафтарға заказдар бирелгән. Ремонт эштәре декабрҙең тәүге декадаһында тамамланасаҡ.
Үҙәк дауахана етәкселеге килеп сыҡҡан ҡайһы бер уңайһыҙлыҡтар өсөн пациенттары алдында ғәфү үтенә.
Был ҡыйынлыҡтар ваҡытлыса, оҙаҡламай ауырыуҙар заман талабына яуап биргән шарттарҙа дауаланасаҡ
Читайте нас: