Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2019, 10:10

Халыҡ өсөн уңайлыҡтар

Сүп - сар йыйыла, юл да түшәлә

Благовещен районының Иҫке Илек ауылына сүп - сар реформаһы барып етте.
Рөхсәтһеҙ сүплек бөтөрөлөп, урамға көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар ҡуйылды.
- Сүп-сар бик тиҙ йыйылып китә. Бығаса ҡайһыһын утҡа яғырға, ҡайһыһын соҡор ҡаҙып, ергә күмергә тура килә ине. Быны ҡайҙа итергә тип хәҙер баш ватмайһың. Тау булып сүп өйөмдәре лә тирә - яҡта туҙып ятмай, - ти ауыл халҡы.
Ошо уҡ ауыл хакимиәтенә ҡараған Биштин ауылы халҡы ла оло шатлыҡ кисерә. Уларҙы элек - электән борсоған юл торошо проблемаһы хәл ителә. Яҙлы - көҙлө булған юл өҙөклөгө, батҡаҡлы ауыл урамдарына таш түшәлә.Төҙөк юлдар халыҡтың кәйефен күтәрер, күрше - күлән, ауылдаштар кинәнеп бер - береһенә ҡунаҡҡа ла йөрөр.
Читайте нас: