Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2019, 14:30

Эш сәфәре менән

Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Иглин районында булды

Төбәк етәксеһе ауыл хужалығы предприятиеларының, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшмәкәрлеге, социаль объекттар төҙөү барышы менән танышты, шулай уҡ территориялар үҫеше перспективаһы тураһында фекер алышыуҙа ҡатнашты.
Радий Хәбиров Охлебинин ауылында урындағы урта мәктәптә булды. 1939 йылда һалынған бина өлөшләтә авария хәлендә тип таныған. Белем биреү учреждениеһында 100 бала уҡый, шул иҫәптән социаль приют тәрбиәләнеүселәре лә. Мәктәптең бер бүлмәһен балалар баҡсаһы биләй, унда19 бала йөрөй. Ауыл халҡы һаны әүҙем үҫә, шуның менән бәйле яңы мәктәп кәрәк. Төбәк етәксеһе был йәһәттән мәсьәләне сисеү варианттарын өйрәнергә ҡушты. Ауылға яңы табип амбулаторияһы ла талап ителә. Хәҙер ул урынлашҡан бинаны реконструкциянан һуң балалар баҡсаһына тапшырыу күҙ уңында тотола.
Ивано-Казанка ауылында Башҡортостан Башлығы «Бал ауылы» төҙөү планы менән танышты. Уның эсенә 10 ҡунаҡ йорто, һунарсы, умартасы, ҡымыҙ, балыҡсы, һөнәрселек оҫтаханалары биналары керәсәк. Ошонда уҡ 300 түмәр-солоҡ умартаһы, ат һәм ҡымыҙ фермалары, «Ылак» уйыны, шулай уҡ һыбай һәм йәйәүле уҡ атыу өсөн манеждар булдырыласаҡ. Ауыл территорияһында республика бал музейы төҙөү планлаштырыла. Умартасы-фермер Фәнис Хәлилов һүҙҙәренә ҡарағанда , «Бал ауылы» туристик үҙәккә әүереләсәк, бында төрлө кимәлдәге саралар үткәреү майҙансығы буласаҡ. Радий Хәбиров проектты юғары баһаланы, был идеяны хупларға кәрәк, тине.
Республика етәксеһе район үҙәгендә яңы төҙөлгән бишенсе һанлы мәктәпте ҡараны. Бина 640 уҡыусыға һәм 160 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһенә иҫәпләнгән. Әлеге ваҡытта төҙөлөш эштәре тамамланған, тирә-яҡ территорияһы төҙөкләндерелгән. Ғинуарҙа мәктәп уҡыусылар өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ.
Республика башлығы Иглин үҙәк район дауаханаһында ла булды. Бында кадрҙарҙар менән тәьмин итеү, дауалау учреждениеһының матди-техник базаһын нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Радий Хәбиров балалар поликлиникаһын ҡараны. Бинала төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә. Тәбәк етәксеһе инфомат аша табипҡа яҙылып ҡараны. Уның һүҙҙәре буйынса, был бик тиҙ, уңайлы һәм аңлайышлы.
Башҡортостан башлығы Елена Иглина исемендәге парктын модернизациялау проекты менән танышты.
Радий Хәбиров район хакимиәте башлығы Николай Самойленко менән территорияны артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Фекер алышыу юлдар төҙөкләндереү, тротуарҙар ҡоролошо, шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу мәсьәләләренә ҡағылды.
Радий Хәбиров республика һаулыҡ һаҡлау министрлығына Охлебинин ауылы амбулаторияһын 2020-се йылда төҙөү планына индерергә ҡушты. Төбәк башлығы районды электр менән тәъмин итеү мәсьәләһе республика хөкүмәте контролендә тине.
Иглин районында эш сәфәренә йомғаҡ яһап, Радий Хәбиров муниципалитетта хәл итәһе мәсьәләләр күп, тип билдәләне.
Иглин уңайлы урында - Өфө эргәһендә урынлашҡан, шунлыҡтан район территорияһында йәшәргә теләүселәр һаны йылдан-йыл бик тиҙ темптар менән үҫә, төҙөлөш эштәре әүҙем бара. Шуның менән бәйле проблемалар һаны ла арта. Муниципалитеттағы бөтә проблемалар комплексын айырым хөкүмәт кәңәшмәһендә тикшереү планлаштырыла, тине төбәк етәксеһе.
Читайте нас: