Благовещен ҡалаһында "Һөтлө ризыҡтар" кухняһы асылды.
Өс йәшкә тиклемге 269 баланың һаулығын ҡайғыртыу маҡсатында уларҙың ата - әсәһенә бында таҙа һәм сифатлы һөт ризыҡтары тәҡдим ителә.Улар аҙнаның ике көнө - дүшәмбе һәм кесаҙнала бынан тәмле, файҙалы кефир, һөт,йогурт, эремсек килеп ала башланы ла инде.