Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар 2020, 12:00

1 сентябрҙән мәктәптәрҙә бушлай ҡайнар аш бирелә башлармы

Илдә тейешле инфраструктура булдырырға, ашханаларҙы йыһазландырырға, сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә кәрәк

Ил Башлығы Владимир Путин 1-4 класс уҡыусыларын ҡайнар аш менән тәьмин итергә тигән тәҡдим индерҙе.
Уның әйтеүенсә, бала мәктәпкә йөрөй башлаһа, ата-әсәләрҙең, айырыуса әсәләрҙең эшкә сығыу, өҫтәмә килем алыу мөмкинлектәре күбәйә, әммә ғаиләнең баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн сығымы ла арта. Илдә тейешле инфраструктура булдырырға, ашханаларҙы йыһазландырырға, сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә кәрәк, тине Владимир Путин. Мөмкинлек булған мәктәптәрҙә 2020 йылдың 1 сентябренән үк бушлай ҡайнар аш бирелергә тейеш.
«Башҡа коллегаларҙан был эште тиҙләтеүҙәрен һорайым. 2023 йылдың 1 сентябренән дә һуңға ҡалмайынса Федерацияның барлыҡ субъекттарында башланғыс класс уҡыусылары бушлай сифатлы ҡайнар аш менән тәьмин ителергә тейеш», — тип өҫтәне Рәсәй президенты.
Всех учеников начальной школы Владимир Путин предложил обеспечить бесплатным горячим питанием.
Глава государства, оглашая свое послание Федеральному собранию, отметил, что, когда ребенок идет в школу, у родителей, особенно у мам, появляется больше возможностей выйти на работу. Это дает семье возможность получить дополнительный доход. Но несмотря на это и расходы семьи, чтобы собрать ребенка в школу, тоже возрастают. Владимир Путин подчеркнул, что в стране нужно создать необходимую инфраструктуру, оборудовать столовые, обеспечить качественными продуктами. В тех школах, где есть возможность, бесплатное горячее питание должно предоставляться уже с 1 сентября 2020 года.
«Остальных коллег прошу форсировать эту работу. Не позднее 1 сентября 2023 года младшие школьники во всех субъектах Федерации по всей стране должны быть обеспечены бесплатным качественным горячим питанием», — добавил президент России.
Читайте нас: