Йәйғор
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар 2020, 14:00

11 мең һумдан ашыу өҫтәмә түләүҙәр кемгә тейеш?

Был хаҡта дәүләт башлығы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан уҡ өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр билдәләргә тәҡдим итте.
Һүҙ килеме бер кешегә йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләр тураһында бара. Был хаҡта дәүләт башлығы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Килем түбән икән, ғаиләләр беренсе һәм икенсе балаға өҫтәмә түләүҙәр алырға тейеш. Был уртаса 11 мең һумдан ашыу. Рәсәйҙә түбән килемле ғаиләләрҙең 70-80% — балалы ғаиләләр, тине Владимир Путин.
Президент страны во время своего Послания Федеральному собранию предложил предусмотреть ежемесячные выплаты на детей в возрасте от трех до семи лет уже с 1 января 2020 года. Речь идет о семьях, чьи доходы не превышают размер одного прожиточного минимума на человека. Если доходы низкие, семьи должны получать дополнительные выплаты на первого и второго ребенка. Это в среднем более 11 тысяч рублей. Владимир Путин сообщил, что 70-80% семей с низкими доходами в России — это семьи с детьми.
Читайте нас: