Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар 2020, 11:30

Владимир Путин әйтеүе булды, эш башланды ла

Кисә үк РФ Хөкүмәте отставкаға китте

Рәсәй Президенты кисәге Мөрәжәғәтнамәһендә Конституция, Хөкүмәт, Дәүләт Советы, субъекттар башлыҡтары тураһында телгә алды. Әлбиттә, ул темаға юҡтан ғына туҡталманы, моғайын, барыһы ла алдан күҙалланған. Бөгөн үҙгәрештәр буйынса эштең ҡыҙыулашҡан мәле.
Кисә үк РФ Хөкүмәте отставкаға китте. Путин "Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тураһында" указ сығара һалып, имзаланы һәм Дмитрий Медведевтың отставкаһын ҡабул итеп, уға әлегә "и.о." статусын тағып, үҙенең кандидатураһын тәҡдим итте.
Беҙҙең ил Хөкүмәтен Федераль һалым хеҙмәте башлығы Михаил Мишустиндың етәкләүе ихтимал. Хәҙер уның кандидатураһын Дәүләт Думаһы ҡарарға тейеш.
Президент шулай уҡ "РФ Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә тәҡдимдәрҙе әҙерләү буйынса эшсе төркөм тураһында" ҡарарға ла ҡул ҡуйҙы. Эшсе төркөмдөң байтаҡ кешәнән торған составы ла раҫланды.
Ҡыҫҡаһы, "юғарыла" ҡыҙыу мәл. Хәйерлегә булһын.
Фото: Владимир Путин Михаил Мишустинды ҡабул итте. Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы:"Йәшлек"
Читайте нас: