Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 11:55

Балалар мәктәптә бушлай ашаясаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә I-IV класс уҡыусыларын 2020 йылдың 1 сентябренән бушлай йылы аш менән тәьмин итергә ҡушҡайны

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә I-IV класс уҡыусыларын 2020 йылдың 1 сентябренән бушлай йылы аш менән тәьмин итергә ҡушҡайны. Әле төбәктәрҙә был мөһим мәсьәләне тормошҡа ашырыу буйынса эштәр башланды.
Бөгөн Башҡортостанда, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бинаһында, башланғыс класс уҡыусыларын бушлай туҡландырыуҙы ойоштороу буйынса селектор кәңәшмә үтте.
Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, әле был тәңгәлдә әҙерлек эштәре алып барыла, аш-һыу блоктары йыһазландырыла. Аутсорсинг буйынса эште яҡшы ойошторған Нефтекама ҡалаһы алдынғы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева 1 сентябргә бөтә мәктәптәр ҙә был башланғысҡа ҡушылырға әҙер буласаҡ, тип белдерҙе.
Читайте нас: