Йәйғор
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 11:45

Владимир Путин 23 кешенән грамоталар алды

Рәсәй Президенты Кремлдә сит ил граждандарын ҡабул итте. Улар буш ҡул менән килмәгәйне.

Рәсәй Президенты Кремлдә сит ил граждандарын ҡабул итте. Улар буш ҡул менән килмәгәйне.
Владимир Путин алдына 23 илдең илсеһе теҙелеп баҫты. Сит дәүләттәр вәкилдәре беҙҙә рәсми рәүештә эшмәкәрлеген шулай тантаналы шарттарҙа башланы һәм Путинға ышаныс грамоталарын тапшырҙы.
Был илселәр Европа, Азия, Африка, Америка, Австралия ҡитғаларынан ине.
Владимир Путин уларҙы бик йылы ҡаршыланы, үтә яуаплы эшмәкәрлеккә тотоноуҙарын билдәләне.
- На вас возложена важная и ответственная миссия – содействовать развитию многоплановых отношений между представляемыми вами государствами и нашей страной. Исходим из того, что в поле вашего зрения будут находиться вопросы расширения политического диалога, торгово-экономических связей, углубления культурно-гуманитарных обменов, контактов между людьми. И мы искренне заинтересованы в том, чтобы работа возглавляемых вами посольств на этих ключевых направлениях была успешной. При этом вы всегда можете рассчитывать на помощь со стороны российских органов государственной власти, деловых и общественных кругов. И все ваши полезные начинания, безусловно, получат поддержку, - тине Рәсәй Президенты.
Һәм һәр бер дәүләт менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Илселәр иңендә, ысынлап та, ҙур яуаплылыҡ шул. Дипломатлыҡ һәләте һәр кемгә лә бирелмәй.
Фото: Кремлин.ру
Читайте нас в