Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2020, 14:10

Яуаплы эштәр көтә

Нуриман районы хакимиәтенең кәңәшмәләр залында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә арналған ултырыш үтте

Нуриман районы хакимиәтенең кәңәшмәләр залында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә арналған ултырыш үтте.
​Администрация башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Миләүшә Әхтәмйәнова етәкселегендә үткән был кәңәшмәлә мөһим датаға әҙерлек, үткәреү өсөн яуаплы булған дәүләт, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
​Ултырышта район үҙәгендә, ауыл биләмәләрендә урынлашҡан һәйкәлдәрҙе, обелисктарҙы, стелаларҙы тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү тураһында эшлекле һөйләшеү булды. Ауыл биләмәләрендә “Хәтер һәм дан” йылына арналған баннерҙар урынлаштырыу ҙа маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Һуғыш һәм тыл ветерандарына ярҙам итеү мәсьәләләре, мәҙәни саралар ойоштороу һәм үткәреү тураһында ҡарарҙар ҡабул ителде.
Читайте нас: