Сменаға 600 кешене ҡабул итерлек поликлиника төҙөү өсөн ер участкаһы бүленгән. Ул Яңы-Иглин бистәһендә урынлашҡан.
Иглин районы хакимиәте башлығы ҡарары нигеҙендә участок район үҙәк дауаханаһына тапшырылған һәм кадастр иҫәбенә ҡуйылған.
Проект 2023 йылға тиклем төҙөләсәк объекттар планына индерелгән. Әлеге ваҡытта документ Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡарала. Башҡортостан Республикаһы бюджет инвестициялары буйынса эксперт советы ултырышында был объектты республика адреслы инвестиция программаһына индереү мәсьәләһе хәл ителәсәк.