Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2020, 16:00

Ырыу традициялары дауам итәсәк

Көҙәйҙәр Миньяр ҡалаһында йыйылды

Силәбе өлкәһе Миньяр ҡалаһында көҙәй ырыуы башҡорттарының төбәк-ара йыйыны үтте. Тарихсылар билдәләүенсә, һуңғы тапҡыр ырыуҙаштар 300 йыл элек - ХVIII быуатта йыйылған.
Сарала йөҙҙән ашыу ҡөҙәй ырыуы вәкилдәре ҡатнашты. Улар араһында Рәсәй фәндәр академияһының Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге башлығы Рафаил Зинуров етәкселегендәге Иглин районы делегацияһы ла бар ине.
Ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостан райондары һәм Әшә ҡалаһы әҙерләгән башҡорт милли кейемдәре, биҙәүестәре, милли аштары һәм әҙәбиәте күргәҙмәләре эшләне.
Байрам ҡунаҡтарын Миньяр ҡалаһы башлығы Гүзәл Сибәғәтуллина, Силәбе өлкәһенең закондар сығарыу йыйылышы депутаты Александр Решетников, Әшә районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Рычков сәләмләне.
Көҙәй - башлыса Башҡортостан Республикаһының Салауат, Иглин, Нуриман, Учалы райондарында, Силәбе өлкәһенең Әшә һәм Катав-Иван райондары территорияларында ғүмер итеүсе бороңғо башҡорт ырыуы. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе Төлкөсура Алдағолов, шулай уҡ башҡорт милли геройы Салауат Юлаев та ошо ырыуҙан. Көҙәйҙәр билдәләүенсә, улар араһында батырҙарҙың һаны күпкә күберәк икән.
Иглин районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Рәүеф Кәлимуллин әйтеүенсә, көҙәй ырыуы вәкилдәренең осрашыуы эшлекле шарттарҙа үткән. Йыйындың пленар өлөшөндә ырыу тарихы тураһында ҡыҙыҡлы докладтар уҡыла.
Иглин делегацияһы етәксеһе Рафаил Зинуров урман һәм төрөкмән көҙәй башҡорттары тураһында һөйләй.
Рәсми өлөштән һуң мәҙәни программа күрһәтелә. Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенең профессиональ һәм үҙешмәкәр артистары ҡатнашлығындағы концертта матур йырҙар һәм шиғырҙар яңғырай. Иглиндарҙың яҡшы әҙерлеге билдәләнә.
Йыйын аҙағында көҙәй ырыуы башҡорттарының мәҙәни мираҫын һаҡлау, үҫтереү тураһында резолюция ҡабул ителә. Сара барышында көҙәй ырыуы советы һайлана.
Читайте нас: