Башҡорт халҡының данлыҡлы улы Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме биреү тураһындағы хәбәр йөрәгендә халҡына ҡарата һөйөү һаҡлаған берәүҙе лә тыныс ҡалдырмағандыр, моғайын. Был ваҡиғаға ҡарашын белдергән фекерҙәр беҙҙең гәзит редакцияһына ла килеүен дауам итә.
Һүҙ – Башҡортостандың Милли музейы директоры урынбаҫары Ниязбай СӘЛИМОВҠА:
– Халҡыбыҙҙың ынтылышын – Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исеме бирелеүен юллауҙы сағылдырған документтар Милли архивта шаҡтай. Бындай хаттар Мәскәүгә Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыу менән үк китә башлай. Шул иҫәптән – ВКП (б)-ның Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретарҙары ҡул ҡуйған юлламалар ҙа. Ошо юлламаға ҡарата күренекле маршал Семен Буденный ҙа үҙ ҡарашын белдерә һәм ҡаһарман яҡташыбыҙға Герой исемен биреүҙе хуплай, партияның Үҙәк Комитетына быны яҡлауын белдергән хат ебәрә.
Был хат – республиканың Милли архивындағы иң әһәмиәтле доументтарҙың береһе. 1 февралдә беҙҙең архивта булғанында Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировта ошо хат ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы – ул был ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп алды. Иғтибар иткәнһегеҙҙер: үҙенең был темаға сығышында ул төп һылтанма итеп ошо хаттты ҡулланды.
“Башҡортостан” гәзитендә эшләгән йылдарымда генерал Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен юллау тураһындағы рубрика ла асып ебәргәйнек. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы – беҙҙең халыҡ өсөн ҙур бүләк.