Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Апрель 2020, 12:00

Карантинда - өйгә эш

"Незабудка"лар интернет селтәре аша шөғөлләнә

Благовещен ҡалаһындағы 11-се һанлы "Якорек" балалар баҡсаһының "Незабудка" төркөмө тәрбиәселәре карантин осоронда ла үҙ тәрбиәләнеүселәре менән бәйләнеште өҙмәй.
Балаларҙың ата - әсәләре менән тығыҙ аралашҡан тәрбиәселәр, интернет аша уларға өйгә эштәр ебәреп тора. Яратҡан баҡсаһын һағынып өлгөргән шуҡ малайҙар һәм ҡыҙҙар "һә" тигәнсе ҡушылған эштәрҙе башҡарып та ҡуя. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ла, шаҡмаҡтар буйлап та һүрәттәр төшөргән, иң оҙон һүҙҙән ҡыҫҡаларын да төҙөгән улар.
Бына шулай "Незабудка" төркөмөнөң тырыш, ҡыҙыҡһыныусан тәрбиәләнеүселәре ваҡытын бушҡа үткәрмәй, белемен арттыра, аң кимәлен үҫтерә.

Мәғлүмәт 11- се һанлы "Якорек" балалар баҡсаһы төркөмөнән алынды.
Читайте нас: