Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Май 2020, 22:00

Шишмәләр эшкә етди тотондо

Баҫыуҙарҙа - ялан батырҙары

Шишмә районында яҙғы сәсеү эштәре башланды.
Райондың "Башкир - агроинвест" һәм "Нерал - Шишмә" йәмғиәттәре 320 гектар майҙанда бойҙай, 350 гектар майҙанда арпа, 100 гектар майҙанда борсаҡ сәсте. Әле 31800 гектар майҙанда дым ҡаплатыу эштәре бара. Район баҫыуҙарының 11100 гектар майҙанына минераль ашламалар индерелгән. "Башкир - агроинвест" йәмғиәте сөгөлдөр сәсеү эштәрен дауам итә.
- Район хужалыҡтары яҙғы сәсеү эштәрен үткәреүгә етди әҙерләнде. Техника ҡаралған, күтәренке кәйефтә булған ауыл эшсәндәре яратҡан эшенә тотондо. Көндәр яҡшы булып, башҡарасаҡ эштәрҙе,еңел генә теүәлләп ҡуйырға яҙһын, - тип һөйләне Шишмә район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Миңлевәли Мәсәлим улы Мусин.

Мәғлүмәт " Шишмә" район гәзите төркөмөнән алынды.
Читайте нас: