Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Май 2020, 17:00

Лекаревканы алмағастар биҙәр

Еңеү майы - һәр йөрәктә

Өфө районы ла республикала уҙған "Йәшел Башҡортостан" акцияһына берҙәм ҡушылды.
"Экология" милли проектына нигеҙләнеп, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, ауылдарҙа ағастар, ҡыуаҡтарҙан Герой, Ветеран Аллеялары барлыҡҡа килде. Миловка ауылындағы элекке Чижов усадьбаһы территорияһына 70 миләш, Кирилловтағы спорт - уйын майҙансығына ҡарағай, саған, ҡайын, ҡыуаҡтар, Таптыковта 20 - шәр миләш, гөлемеш, балан ҡыуаҡтары ултыртылды. Лекаревка ауылында урынлашҡан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың обелискы янындағы территорияға ултыртылған алма ағастары һәр йыл һайын шаулап сәскә атыр, Еңеү майын иҫләтеп торор.

Мәғлүмәт "Уфимские нивы" гәзите төркөмөнән алынды.
Читайте нас: