Бәләкәй генә ҡулдары менән пластилиндан әүәләп эшләнгән касаларҙы улар халҡыбыҙҙың милли орнаменттары менән биҙәне. Төрлө милли эсемлектәр - ҡымыҙ, буҙа, айранды һалып, ҡунаҡтар ҡаршы алыр өсөн ҡулланылған был һауыттың ниндәй материалдан эшләнеүен, нимәгә тәғәйенләнешен дә төшөндө балалар.