Иглин район советы депутаттары үҙәк район дауаханаһына дүрт кер йыуыу машинаһы һәм бинаны санитар эшкәртеү өсөн өс распылитель бүләк итте.
Ошо көндәрҙә Иглин үҙәк район дауаханаһы COVID-19 ауырыуын дауалау госпитале функцияларын үтәй башланы.
Депутаттар дауалау учреждениеһына бөгөнгө көндә нимә кәрәклеген асыҡланы. Унан һуң аҡса йыйып, дүрт кер йыуыу машинаһы һәм бинаны санитар эшкәртеү өсөн өс распылитель һатып алды.
Әлбиттә, госпиталь ауырыуҙы дауалау өсөн кәрәк булған бөтә ҡорамалдар, һаҡланыу саралары менән йыһазландырылған. Палаталарға кислород үткәрелгән. Медицина хеҙмәткәрҙәре тәүлектәр буйына дауаханала буласҡ, улар ике аҙна һайын ғына алышынасаҡ.
Госпиталь хеҙмәткәрҙәре ятаҡта йәшәйәсәк. Персонал өсөн көнкүреш хеҙмәтләндереү шарттары булдырырға кәрәк. Шуға күрә был бүләктәр бик ваҡытлы.
Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас депуттарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.