Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2020, 16:00

Йәшелләндереү дауам итә.

Һәммәбеҙ ҙә, йәшәгән өйҙәребеҙ янына ағастар ултыртып, был мөһим акцияларға ҡушыла ала!

Үткән йыл Нуриман районының хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәре “Ағас ултырт та ғүмер бүләк ит!” Бөтә Республика акцияһы сиктәрендә Ҡыҙылъяр ауылында Мөхәббәт һәм Өмөт аллеяларына нигеҙ һалынғайны.
Быйыл иһә ҡыҙылъярҙар “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылды.
Район хакимиәте, ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре, Нуриман урман һәм коммуналь хужалығы эшселәре тарафынан Өмөт аллеяһына тағы ла бейеклеге ике метрға еткән шыршы ағастары ултыртылды.
Ҡыҙылъяр, Павловка, Иҫке Исай, Яңы Күл, Байгилде, Никольский, Яңы Субай ауыл биләмәләрендә мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылары “Хәтер баҡсаһы” акцияһы сиктәрендә мәктәп яны участкаларына 470 төп ылыҫлы һәм емеш ағастары ултыртты.
Райондың “Әкиәт”, “Йәйғор” һәм “Светлячок” балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм хеҙмәткәрҙәре тарафынан ултыртылған 250 үҫенте киләсәктә балалар учреждениеларын йәмләп ултырасаҡ һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына иҫтәлек буласаҡ.
Һәммәбеҙ ҙә, йәшәгән өйҙәребеҙ янына ағастар ултыртып, был мөһим акцияларға ҡушыла ала!
Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: