Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2020, 11:52

Юбилейың ҡотло булһын, Ҡоролтай!

Благовещен районынан делегат булып һайланған аҫыл ул - ҡыҙҙар, барса уҙған Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайҙарында ҡатнашыу бәхетенә иреште, был йыйындарҙа билдәле кешеләр менән танышты,ҡарарҙар ҡабул итеүгә үҙ тауышын бирҙе, йылы аралашты...

Благовещен районы башҡорттары ҡоролтайының йылдар дауамындағы матур, әһәмиәтле эштәрен күрһәткән бер нисә фотоһүрәтте һеҙгә лә тәҡдим итәм. Һәр үткән сараға, һәр уҙған ҡоролтайға күпме көс, тырышлыҡ һалынған, күпме матур эштәр башҡарылған, иҫтәлекле осрашыуҙар халыҡты берләштергән, туғанлаштырған, дуҫлаштырған.
Район ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгән хөрмәтле Мәғсүм Макбул улы Фәхретдиновтан минең етәкселеккә күскән эштәргә лә 15 йыллап ваҡыт үтеп киткән. Ошо йылдар эсендә, мин һанап киткән барса сараларҙың уртаһында халыҡ ҡайнап йәшәне, уларҙың күптәренә әүҙем эштәре өсөн ҡоролтайҙың маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәре тапшырылды. Благовещен районынан делегат булып һайланған аҫыл ул - ҡыҙҙар, барса уҙған Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайҙарында ҡатнашыу бәхетенә иреште, был йыйындарҙа билдәле кешеләр менән танышты,ҡарарҙар ҡабул итеүгә үҙ тауышын бирҙе, йылы аралашты...
Уҙған йылдарҙағы матур, йәнле осор, халҡымдың мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, уның өсөн башҡарылған файҙалы эштәр күңелдә тик матур тәьҫораттар йәшәтә. Алда ла башҡарасаҡ эштәр, яҡшы башланғыстар тормошҡа ашһын. Ныҡлы рухлы, туған йәнле халҡым күп милләтле Башҡортостаныбыҙҙың күп милләтле халҡы менән дуҫ йәшәһен! Барыбыҙ ҙа һау - сәләмәт булайыҡ!
Юбилейың ҡотло булһын, Ҡоролтай!
Читайте нас: