Йәйғор
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2020, 11:41

Ҙур иғтибар - медицинаға

Өфө районының 42 дауалау - профилактик учреждениелары, шул иҫәптән 25 фельдшер - акушер пункттары уңышлы эшләп килә

Өфө районының 42 дауалау - профилактик учреждениелары, шул иҫәптән 25 фельдшер - акушер пункттары уңышлы эшләп килә.
Төрлө миҙгелдәрҙәге эпидемия осоронда ла аҡ халатлылар кешеләрҙең һаулығы һағында ныҡлы тора, үҙҙәренең һөнәри бурыстарына етди ҡарай. Район хакимиәте башлығы ла медицина учреждениеларының эшмәкәрлеген, уларҙағы ремонт, төҙөлөш эштәрен ныҡлы контролдә тота. Район бюджетынан бүленгән 8 миллион һум аҡсаға Ҡамышлы, Нурлы ауылдарында заманса ФАП - тар төҙөлгән, Ольховое, Ҡомлокүл, Сергеевка, Ягодная Полянала уларҙың модуллеләре тергеҙелгән. Шулай уҡ район аҡсаһына уларҙың тирә - яғы төҙөкләндерелгән, кәртәләп алынған, инженер селтәрҙәре төҙөлгән.Һатып алынған күсмә фельдшер - акушер пункты район ауылдары буйлап халыҡты ҡабул итеүҙе ойоштора алған. Ошондай ҡабул итеүҙәрҙә күпме сир профилактик аланған, халыҡты диспансерлаштырыу ҙа ваҡытлы үткәрелгән. Республика етәкселегенең райондың Зубов ауылында клиник - инфекцион үҙәк төҙөүе лә, уның тирә - яғын төҙөкләндереп, күләмле ағастар ултыртыуы ла, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырылды.

Мәғлүмәт Өфө район хакимиәте башлығы төркөмөнән алынды.
Читайте нас: