Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2020, 11:12

Путин байҙар өсөн һалым тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2021 йылдан килемдәре биш миллион һумдан ашып киткән бай граждандар өсөн физик заттар килемдәренә һалым ставкаһын 15 процентҡа тиклем арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2021 йылдан килемдәре биш миллион һумдан ашып киткән бай граждандар өсөн физик заттар килемдәренә һалым ставкаһын 15 процентҡа тиклем арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми порталында урынлаштырылған.
Законда бер нисә иҫкәрмә бар. Мәҫәлән, шәхси милекте һатҡанда ставка элеккесә (13 процент) ҡаласаҡ, шулай уҡ үҙгәреш страховкалау килешеүҙәре һәм пенсия тәьмин ителеше буйынса страховка түләүҙәренә ҡағылмаясаҡ.
Элегерәк Финанстар министрлығы, Президент йөкләмәһенә ярашлы, 2021 йылдан 15 процент күләмендәге арттырылған ставка тик килемдәре биш миллион һумдан ашып киткән рәсәйлеләргә генә ҡағыласаҡ, тип хәбәр иткәйне. Һалым кодексына башҡа үҙгәрештәр индерергә планлаштырмайҙар.
Икенсе яҡтан, Юғары иҡтисад мәктәбе эксперттары фекере буйынса, байҙар өсөн һалымдарҙы артабан да арттырырға мөмкиндәр.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Алексей Никольский / РИА Новости
Читайте нас: