Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль 2022, 08:57

Яңы фатирға ырыҫ, ҡот һәм бәрәкәт

Райондың адреслы программаһы буйынса авария хәлендәге йорттарҙан заман талаптарына яуап биргән был яңы йортҡа мохтаж граждандар күсерелгән. Шуныһы ҡыуаныслы, 2024 йылға тиклем 300 ғаилә лә авария хәлендәге йорттарҙан яңыларына күсенәсәк.

Яңы фатирға ырыҫ, ҡот һәм бәрәкәт
Яңы фатирға ырыҫ, ҡот һәм бәрәкәт

Шишмә районының Шишмә ҡасабаһында йәшәгән 11 ғаилә яңы йылды күптән көткән яңы фатирында үткәрҙе.

Ҡасабаның Үҙәк урамы, 24 адресы буйынса урынлашҡан йортҡа күсенгән ғаиләләргә район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров фатир асҡыстарын тапшырып, уларҙы ҡыуандырҙы. Райондың адреслы программаһы буйынса авария хәлендәге йорттарҙан заман талаптарына яуап биргән был яңы йортҡа мохтаж граждандар күсерелгән. Шуныһы ҡыуаныслы, 2024 йылға тиклем 300 ғаилә лә авария хәлендәге йорттарҙан яңыларына күсенәсәк.

-Беҙҙең йорт күптән авария хәлендә тип танылған. Шуға ла был фатирҙы оҙаҡ көтөп йәшәнек. Аллаға шөкөр, өмөттәребеҙ аҡланып, 2022 йылды яңы фатирҙа ҡаршылау бәхетенә ирештек, - тип уртаҡлашты үҙенең ҙур шатлығы менән Вилена Вәлиуллина.

Екатерина Хәйҙәрова, Альбина Халиҡовалар ҙа яңы фатир алып, унда күсенеп йәшәгәндәренә әле һаман да ышанып бөтмәүҙәрен һөйләп үтте. Элекке торлаҡта ни тиклем ҡыҫыҡ, йәшәү шарттарының ауыр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған ҡатындар был йортҡа күсенгән һәр кешегә тик яҡшы теләктәрен дә юлланы.

-Заманса фатирҙарға күсенгән күршеләребеҙ үҙ-ара татыу йәшәп, тик шатлыҡлы ваҡиғаларҙың шаһиты булып, оҙон-оҙаҡ йылдар һау-сәләмәт ғүмер кисерһен,- тине улар бер тауыштан. 

Яңы йорт хужаларының әйткәне килеп, өй туйлаған ғаиләләрҙең шатлығын мин дә уртаҡлашам. Яңы фатирҙарҙың һәр береһенә ырыҫ, ҡот һәм бәрәкәт.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: