Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2022, 12:32

Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйҙырығыҙ!

Өфө районының Николаевка ауылында йәшәгән ғаилә ашап-эсеп, күңел асҡас, йоҡларға ята. Уларҙың йортонда янғын извещателенең көслө тауышын ишеткән күршеләре тиҙ арала янғын һүндереүселәрҙе саҡыра...

Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйҙырығыҙ!
Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйҙырығыҙ!

Өйҙә ут сыҡҡанда ни эшләргә? Ә күрше фатирҙа янғын башланһа ҡалайтырға? Нисек фажиғәне иҫкәртергә? Башҡортостанда янғынды иҫкәртеүсе приборҙар кешенең ғүмерен ҡотҡарыу осраҡтары тураһында йыш ҡына ишетергә тура килә.

Шишмә районының Ҡушҡыуаҡ ауылында йәшәгән хаҡлы ялдағы пенсионерҙарға уны бушлай урынлаштырған булғандар. Янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы булған был ғаилә ҙур бәләнән - йорттарында башланып китә яҙған янғындан ҡотолоп ҡала. Төндә янғын извещателенең тауышына уянып киткән ғаилә башлығы, аш-һыу бүлмәһенән сыҡҡан төтөн еҫен һиҙеп ҡалып, ут сығып, ирей башлаған розетканы үҙ аллы һүндереп ҡала ала.

-Янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын бушлай биреп, үткән йылдың март айында йортобоҙға урынлаштырыуға булышлыҡ иткән район етәкселәренә рәхмәтлебеҙ. Янғын сығыуын иҫкәртеүҙә был ҡоролма иң һөҙөмтәле ысул.   Һөҙөмтәлә, янғын ҡазаһыҙ тамамланды. Улар мине һәм ҡатынымды ҙур фажиғәнән һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ итте,- тип һөйләне йорт хужаһы.

Өфө районының Николаевка ауылында йәшәгән ирле – ҡатынлы ғаиләнең дә йортонда ла ошо уҡ хәл ҡабатлана. Ашап-эсеп, күңел асып йоҡларға ятҡан был ғаиләнең йортонда янғын извещателенең көслө тауышын ишеткән күршеләре тиҙ арала янғын һүндереүселәрҙе саҡырып, уларҙы ҡотҡарып алып ҡала. Эсеү яҡшыға алып бармай шул. Иҫерек килеш газ плитәһенә аш бешерергә ҡуйған хужабикә арҡаһында күпме кеше яҡындарын юғалтып, өйһөҙ ҡалыу ихтималлығы ла бар ине.

Февралдең беренсе көнөндә төндә Благовещен районының Һынны ауылында ла янғын була. Был ҡот осҡос фажиғәлә ике ир янып үлә.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, 2016 йылдан янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ярҙамы менән 680 кешенең ғүмере һаҡлап алып ҡалынған. Йортта ут сыҡҡан хәлдә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма граждандарҙың ғүмерен һаҡлап алыусы мөһим әйбер булып ҡала. Төтөн сығыу менән был прибор, хәүеф янауын иҫкәртеп, көслө тауыш сығара. Ҡотҡарыусылар, граждандарҙы, милкен, ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалһын өсөн йорт-фатирҙарына янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуйҙырырға өндәй.

- Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, автономлы янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар бюджет иҫәбенә йорттарға 2016 йылдан башлап ҡуйыла башланы. Иң тәүҙә улар менән социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр тәьмин ителде. Һуңынан был категорияға аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр ҙә өҫтәлде. 2018 йылдан алып балалары тыуған һәр ғаиләгә был ҡоролма бирелергә тейеш. Ә бер йыл элек приборҙы бушлай алырға тейешле граждандарҙың яңы категорияһы билдәләнде. Улар – 55 йәшлек һәм унан өлкәнерәк яңғыҙ йәшәүсе кешеләр, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары.  Әгәр һеҙ был категорияларға инмәйһегеҙ икән, был ҡиммәт булмаған приборҙы үҙегеҙ һатып ала алаһығыҙ.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: