Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2022, 11:24

Яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар йөрөтөгөҙ!

-Йәйәүлеләр, айырыуса балалар күпселек осраҡта тәүлектең ҡараңғы ваҡытында тапала, сөнки водителдәр уларҙың юлға сығыуҙарын күрмәй ҡала. Быға һауа шарттарының насар (томан, яуым-төшөм, боҙлауыҡ) булыуы һәм йәйәүлеләрҙең өҫ кейемдәрендә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтарҙың булмауы сәбәпсе була, - тип һөйләне юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы Роберт Тажиев.

Яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар йөрөтөгөҙ!
Яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар йөрөтөгөҙ!

Благовещендың мәктәпкәсә йәштәге балалары “Матур яҡтыртыл” республика акцияһында ҡатнашты. Бәләкәй йәйәүленең кейеме ни тиклем нығыраҡ яҡтыртылһа, водителдәр уны шул тиклем яҡшыраҡ күрәсәк тигән маҡсатты тормошҡа ашырған был сара юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген булышлыҡ итеүгә арналғайны.

-Йәйәүлеләр, айырыуса балалар күпселек осраҡта тәүлектең ҡараңғы ваҡытында тапала, сөнки водителдәр уларҙың юлға сығыуҙарын күрмәй ҡала. Быға һауа шарттарының насар (томан, яуым-төшөм, боҙлауыҡ) булыуы һәм йәйәүлеләрҙең өҫ кейемдәрендә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтарҙың булмауы сәбәпсе була, - тип һөйләне юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы Роберт Тажиев.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында юл аша сыҡҡанда, юл ситенән хәрәкәт иткәндә, йә иһә күреү шарттары насар булғанда, йәйәүлеләргә яҡтыртҡыс ҡайтарыусы элементтар йөрөтөргә тәҡдим ителә. Ә ҡала ситендә булғанда, был элементтар булған әйберҙәрҙе водителдәргә күренерлек итеп йөрөтөүҙең мотлаҡ икәнен иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Тирә-яҡ насар күренгән шарттарҙа водитель ҡара кейемле йәйәүлене - 18, ҡыҙыл курткалыны- 24, һары курткалыны -37, аҡ курткалыны - 55 метрҙан саҡ күреү һәләтенә эйә. Ата-әсәләргә балаларының кейемендә водителдәргә уларҙың юлдан барыуын дәлилләгән яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар булдырыу сараларын күреүе мотлаҡ. Ҡара төҫтәге кейемдә бәләкәй йәйәүлеләрҙең водителдәргә яҡшы күренмәүҙәре, тимәк, уларға тапалыу ҡурҡынысы янауы тураһында онотмау хәйерле. Бәләкәй йәйәүленең кейеме ни тиклем сағыуыраҡ яҡтыртылһа, водителдәр уны шул тиклем йыраҡтан һәм яҡшыраҡ күрәсәк!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: