Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Март 2023, 13:57

Республика етәксеһе 10 апрелгә ҙур ҡалаларҙы тәртипкә килтерергә ҡушты

Ғәҙәттә был ваҡыт 1 майға тиклем тип билдәләнә ине, ләкин быйыл ҡар иртә ирей башланы, ҡалалар ҡыштан һуң ҡалған бысраҡ һәм сүп-сар менән тулған

Республика етәксеһе 10 апрелгә ҙур ҡалаларҙы тәртипкә килтерергә ҡушты
Республика етәксеһе 10 апрелгә ҙур ҡалаларҙы тәртипкә килтерергә ҡушты

10 апрелгә ҡалалар тәртипкә килтерергә кәрәк, тип, ҡала мэрҙарына бурыс йөкмәтте Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Ғәҙәттә был ваҡыт 1 майға тиклем тип билдәләнә ине, ләкин быйыл ҡар иртә ирей башланы, ҡалалар ҡыштан һуң ҡалған бысраҡ һәм сүп-сар менән тулған, тип билдәләне Радий Хәбиров. Контроль идаралығына 10 апрелдә эштең барышы, ҡалаларҙа таҙалыҡты тикшереү йомғаҡтары тураһында мәғлүмәт еткерергә ҡушылды.

«Таҙалыҡ тураһында беренсе йыл ғына һүҙ алып бармайым. Сүп-сарҙы йыйыу, үләндәрҙе сабыу, соҡорҙарҙы ямау һәм башҡалар. Бәлки, был эш күренеп бармайҙыр, ләкин ул башҡарылырға тейеш», — тине республика етәксеһе.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: