Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Апрель 2023, 14:25

Һау - сәләмәт һәм оҙон ғүмерле булығыҙ!

Еңеү Көнө алдынан Нуриман районының Красная Горка ауылында Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт һалған тыл хеҙмәтсәндәре һәм мәрхүм ветерандарҙың тол ҡатындары өсөн «Бөтә йөрәктән» тигән йылы байрам үтте

Һау - сәләмәт һәм оҙон ғүмерле булығыҙ!
Һау - сәләмәт һәм оҙон ғүмерле булығыҙ!

Еңеү көнө - ул байрам ғына түгел, ә һәр ғаилә һәм илдең һәр кешеһе өсөн мөһим булған бөйөк көндәрҙең береһе. Был дата һәр ваҡыт бығаса булмаған батырлыҡ һәм патриотизм өлгөһөн иҫкә төшөрәсәк. Беҙгә аяҙ күк, бәхетле бала саҡ һәм яҡты киләсәк бүләк иткәндәрҙең йылдан-йыл кәмеүе бик үкенесле.
Еңеү Көнө алдынан Нуриман районының Красная Горка ауылында Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт һалған тыл хеҙмәтсәндәре һәм мәрхүм ветерандарҙың тол ҡатындары өсөн «Бөтә йөрәктән» тигән йылы байрам үтте. Байрамды Нуриман районының ҡатын-ҡыҙҙар советы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге менән берлектә ойошторҙо.
Байрам ҡунаҡтары йырҙар йырланы, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдар тураһында һөйләне, фронттарҙа һәм тылда һәләк булған олатай-өләсәйҙәрен, туғандарын иҫкә алды. Сара тәмле сәй табыны артында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең сығыштары менән оҙатыла барҙы.
-Еңеү өсөн индергән хәрби һәм хеҙмәт өлөшөгөҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, баш өҫтөндә тыныс күк йөҙөн һәм туғандар араһында үткәрелгән бәхетле мәлдәр теләйбеҙ! Һау - сәләмәт һәм оҙон ғүмерле булығыҙ, - тине хушлашҡанда Нуриман район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: