Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2023, 15:48

Грант конкурсында сираттағы еңеү!

Шишмә районы йәнә грант конкурсында еңеү яуланы.

Грант конкурсында сираттағы еңеү!
Грант конкурсында сираттағы еңеү!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды конкурсында еңеү яулауы арҡаһында тиҙҙән район биләмәһендә пенсия йәшендәге кешеләр өсөн «Һаулыҡ клубы» эшләй башлаясаҡ.

 Грант проектының нигеҙендә оло йәштәге кешеләрҙең һаулығын нығытыу һәм уларҙы әүҙем йәшәү рәүешенә йәлеп итеү ята. Дөйөм нығытыу физкультураһы буйынса дәрестәр, бассейнда йөҙөү, шулай уҡ йыл әйләнәһенә саф һауала дәрестәр ойоштороласаҡ. Был маҡсатта бөтә кәрәкле ҡорамалдар һатып алынасаҡ. Дәрестәр 2023 йылдың авгусында башланасаҡ.

  Проектҡа ихтыяж да булһын, ә сәләмәт тормош яҡлылар ҡәнәғәт ҡалһын!  

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: