Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2023, 15:47

Иглин районында юлдар ремонтлана

Көҙәй ауыл советы башлығы Ирина Филиппова билдәләүенсә, элек был участкала көслө ямғырҙар ваҡытында һәм яҙғы осорҙа юл даими насар хәлгә килгән.

Иглин районында юлдар ремонтлана
Иглин районында юлдар ремонтлана

Республика программаһы буйынса юлдарҙы ремонтлау төбәк башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Программаға Иглин – Красный Восход автомобиль юлының өс участҡаһы ингән: 18,7 саҡрым – 20,3 саҡрым, 14,5 саҡрым –15,35 саҡрым, 12,5 саҡрым – 14,5 саҡрым.
Әлеге ваҡытта 18,7 саҡрым – 20,3 саҡрым участкаһында ремонт эштәре тамамланыу алдында тора. Башҡортостан юл хужалығы идаралығы автомобиль юлын капиталь ремонтлауға заказсы булып тора. zakupki.gov.ru рәсми сайтында баҫылған мәғлүмәт буйынса, подрядсыны билдәләү буйынса электрон сауҙа апрель башында тамамланған. Аукционда «Советский ГОСТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт еңгән, контракттың башланғыс (максималь) хаҡы 14 миллиондан ашыу тәшкил итә.
– Юл участкаһын ремонтлауҙы аҙна эсендә тамамларға ниәтләйбеҙ, – тип билдәләне юл ойошмаһы етәксеһе Александр Юрлов. Юлға евро фракциялы ҡырсынташ түшәнек, юл полотноһын төҙәттек. Ремонтта дүрт эшсе ҡатнаша, эшкә грунт катогы, автогрейдер йәлеп ителде.
Көҙәй ауыл советы башлығы Ирина Филиппова билдәләүенсә, элек был участкала көслө ямғырҙар ваҡытында һәм яҙғы осорҙа юл даими насар хәлгә килгән.
– Юлды киңәйттеләр, зигзаг рәүешендәге боролоштарҙы йомшарттылар, юл күпкә яҡшырҙы, – тине Ирина Александровна. –. Хәҙер иһә автомобилселәр ауылдарға яҡшы юл менән барып етә ала. 14,5 км – 15,35 км участкаһында ремонт эштәрен «Уют» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт башҡарасаҡ.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: