Йәйғор
-4 °С
Ясно
Яңылыҡтар
26 Июля 2023, 05:58

Республикала 32 градус эҫе булыуы фаразлана

Шаршамбы, 26 июлдә, республиканың ҡайһы бер райондарында йәшенле ямғырҙар яуа

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала 32 градус эҫе булыуы фаразланаРеспубликала 32 градус эҫе булыуы фаразлана
Республикала 32 градус эҫе булыуы фаразлана

Синоптиктар фаразы буйынса, Башҡортостанға эҫе көндәр әйләнеп ҡайта.

Шаршамбы, 26 июлдә, республиканың ҡайһы бер райондарында йәшенле ямғырҙар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, көндөҙ талғын. Һауа температураһы төндә +12, +17°, таулы райондарҙа +7°, көндөҙ +24, +29°.

Кесе йома, 27 июлдә, йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, көндөҙ талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17°, таулы райондарҙа +7°, көндөҙ +27, +32°.

Башҡортостан был аҙнала йәнә йылы көньяҡ һауа массаһы йоғонтоһонда ҡала, тип хәбәр иткәйнеләр Башинформға Башгидрометтан. Ләкин июлдең икенсе ун көнлөгөндәге кеүек иң эҫе һауа торошо көтөлмәй.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас