Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Август 2023, 15:28

"Башҡорт аты"нан ситтә ҡалма!

11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола. Уны республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло ат һанын арттырыу һәм популярлаштырыу өсөн үткәрәләр.

"Башҡорт аты"нан ситтә ҡалма!
"Башҡорт аты"нан ситтә ҡалма!

Фестиваль программаһы бик тығыҙ. Беренсе көндә, 11 августа (йома) ат спорты ярыштарының һайлап алыу турҙары үтә. 12 август (шәмбе) - фестивалдең төп көнө. Был көндө ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн сағыу саралар ойошторола, уларҙа төп фигура - башҡорт аты буласаҡ.

Бәйгелә еңеүсе өсөн төп бүләк - автомобиль. «Аузарыш» (аттарҙа көрәш), «Ылаҡ» (аттарҙа команда уйыны) милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар, төп бүләк - миллион һум). «Тай-тулак» (һыбайлылар   чемпионаты),  йәйәү һәм атта сабып барған килеш уҡтан атыу.

Төрлө тоҡомло аттар күргәҙмәһе. Ҡымыҙфест, унда республиканың шифалы эсемлек етештереүселәре иң яҡшы исеме өсөн ярыша, теләгән һәр кем һәм  ҡунаҡтар  башҡорт ҡымыҙы менән һыйлана ала.

11 һәм 12 августа баш ҡала ҡунаҡтарын башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм саҡырылған артистар ҡатнашлығында мәҙәни программа көтә.

Фестивалдә шулай уҡ фәнни программа ҡаралған. «Йылҡы үрсетеү һәм йылҡысылыҡ продукцияһын эшкәртеү проблемалары» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы була. Спикерҙар булып Дағстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Азербайжан, Ҡырым, Ҡырғыҙ, Чечен республикалары һәм башҡа төбәктәр вәкилдәре сығыш яһай.

Ҡунаҡтар өсөн фестиваль майҙансығында сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм бушлай парковка ойоштороласаҡ.

Фестиваль барышында балалар өсөн интерактив уйындар, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрынан спектакль, милли уйындар һәм спорт ярыштары - «Суҡмар ырғытыу», «Таш кутәреү» (ташты күтәреү), «Тартыш» (күсереү), «Таяҡ тартыу» (мас-рестлинг), «Көрәш», «Ҡымыҙ милеге» “Тарт-эт” кеүек уйындар уҙасаҡ.

“Башҡорт аты”на кил, ҡара һәм күр! Рәхәтләнеп ярыш, бүләктәр от!

Автор фотолары.

 
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: