Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Август 2023, 15:24

Башҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн ташламаларҙың интерактив картаһы

Ғаиләгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса һәм ярҙам һорап республика халҡы «Ғаилә» үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала

Башҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн ташламаларҙың интерактив картаһы
Башҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн ташламаларҙың интерактив картаһы

Республика буйынса 800-ҙән ашыу ойошма һәм магазин - балалар бассейндары, аттракциондар, ижад менән шөғөлләнеү өсөн студиялар, кинотеатрҙар һәм музейҙар, спорт-һауыҡтырыу һәм өҫтәмә белем биреү үҙәктәре балалары булған ғаиләләргә 5 проценттан 100 процентҡа тиклем ташлама яһай. Шулай уҡ балаларға психологик, медицина һәм башҡа ярҙам күрһәтеү буйынса ярҙамға өмөт итеп була.

Үҙеңдең ташламаңды Башҡортостандың Ғаилә порталындағы интерактив карта ярҙамында табырға мөмкин. Уның эше менән Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре таныштыра.

Ташламаның интерактив картаһы менән халыҡтың түбәндәге категорияһы файҙалана ала:
  күп балалы ғаиләләр - танытманы күрһәтергә кәрәк буласаҡ
  аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр - белешмә күрһәтергә кәрәк
  һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар тәрбиәләгән ғаиләләр - белешмә күрһәтергә кәрәк буласаҡ
  етем балалар - белешмә күрһәтергә кәрәк буласаҡ
  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре - белешмә күрһәтергә кәрәк буласаҡ

Бының өсөн менюға эҙләгән урыныңды һәм ойошмаларҙы индерергә йәки картала урыныңды билдәләргә кәрәк. Ойошмалар исемлеген «Акциялар һәм ташламалар» бүлегендә ҡарарға мөмкин.

Балалар тауарҙары һатҡан һәм балалары булған ғаиләләр өсөн Башҡортостан биләмәһендә хеҙмәттәр күрһәткән республика ойошмалары түбәндәге һылтанма буйынса үҙҙәренең ташламалары һәм акциялары тураһында үҙаллы мәғлүмәт ҡуя ала: https://vk.cc/cpZEpo

🔎 Интерактив карта: https://vk.cc/cpZEqR

Ғаиләгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса һәм ярҙам һорап республика халҡы «Ғаилә» үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала: https://vk.cc/chDhBD

Стационар, ярым стационар формала социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, ашығыс социаль хеҙмәттәр һәм социаль йәһәттән булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса 8 (800) 347 5000 (шылтыратыу бушлай) телефоны буйынса бушлай консультация алырға мөмкин. Эш ваҡыты: эш көндәрендә - 9:00-21:00.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: