Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүгә документтар ҡабул ителә. Премияны республика Хөкүмәте журналистарға һәм журналистар коллективтарына иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн тапшыра.
Комиссия 2022 йылдың сентябренән 2023 йылдың авгусына тиклемге эштәрҙе баһалай. Уларҙа замандаштарыбыҙҙың образдары асылырға, милли мәҙәниәттәр байлығы һәм халыҡтар дуҫлығы темаһы, йәмғиәттәге тыныслыҡ һәм татыулыҡ, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре сағылырға тейеш.
Заявкалар 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә.
Ниндәй материалдар тәҡдим итергә мөмкин:
- репортаждар, очерктар, документаль повестар һәм публицистик мәҡәләләр;
- телетапшырыуҙар һәм радиотапшырыуҙар;
- республика һәм Рәсәй баҫма йәки электрон киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыҡҡан фотоһүрәттәр;
- айырым китап булып баҫылып сыҡҡан материалдар.
Конкурс эштәренә талаптар:
билдәләнгән темаға ярашлы булған, аналитик характерҙағы, цикл менән сыҡҡан, үҙенсәлекле, объектив, аныҡ, нигеҙләүҙәргә ҡоролған һәм тәрән мәғәнәле, йыйнаҡ һәм аңлайышлы итеп тасуирланған әҫәрҙәр ҡабул ителә.
Конкурс еңеүсеһенә «Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы лауреаты» исеме, диплом, түшкә таға торған билдә һәм 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырыла. Конкурста еңгән авторҙар коллективына ла 100 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк, ә коллективтағы һәр авторға диплом, түшкә таға торған билдә һәм исем бирелә.
Материалдарҙы бер үк ваҡытта почта аша һәм электрон форматта түбәндәге адрестарҙың береһенә ебәрергә кәрәк:
- Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 - Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы, 111-се офис (Матбуғат йортоноң беренсе ҡаты). Телефон: 8 (347) 276-42-66. Электрон почта: [email protected]
- Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45 - Башҡортостан Республикаһының Матбуғат агентлығы, баҫма киң мәғлүмәт саралары бүлеге, 4-се ҡат, 420-се кабинет. Телефон: 8 (347) 218-07-73. Электрон почта: zamanova.z@ bashkortostan.ru
Тулыраҡ - Башҡортостан Журналистар союзы сайтында: https://vk.cc/cq0xnC
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
-3 °С
Болотло