Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2023, 16:42

Юлдар, юлдар

Нуриман районының быға тиклем үҙенең юл төҙөкләндереү  идаралығы бар ине, хәҙер ул “Башкиравтодор”ҙың Бөрө ДРСУ – һы  участкаһы булып ҡалды. Был факт эштәр барышына әллә ни йоғонто  яһамағандыр, сөнки юл төҙөкләндереү эштәре үткән йылдағыларса дауам  итә. Әле бына күптән түгел район үҙәге Ҡыҙылъярҙың Ғәйнан Хәйри  урамына асфальт түшәлде.

Юлдар, юлдар
Юлдар, юлдар

“Рәсәйҙә юлдар юҡ, бары тик йүнәлештәр генә”, тигән  лаҡаптың авторы тип берәүҙәр Наполеон Банопартты, икенселәр  Михаил Ломоносовты иҫәпләй. Көлкө оҫтаһы Михаил Задорновтың  “Рәсәйҙең төп ике бәләһе бар  - юлдар һәм иҫәрҙәр ” тигәне лә  күптәребеҙгә таныш. Бындай фекерҙәр юҡтан ғына барлыҡҡа  килмәгән, әлбиттә.

Майҙаны 17125191 кв.км. тәшкил иткән илдә  бөтә яҡлап та заман талаптарына тура килгән  юлдар булдырыуы еңел  түгел. Булғандарын да даими рәүештә кәрәкле тәртиптә тоторға  кәрәк бит әле.

Нуриман районының быға тиклем үҙенең юл төҙөкләндереү  идаралығы бар ине, хәҙер ул “Башкиравтодор”ҙың Бөрө ДРСУ – һы  участкаһы булып ҡалды. Был факт эштәр барышына әллә ни йоғонто  яһамағандыр, сөнки юл төҙөкләндереү эштәре үткән йылдағыларса дауам  итә. Әле бына күптән түгел район үҙәге Ҡыҙылъярҙың Ғәйнан Хәйри  урамына асфальт түшәлде. Төбәктәге иң ҙур “Йәйғор” балалар баҡсаһы  ошо урамда урынлашҡан.  Яҙлы – көҙлө балаларҙы был учреждениеға  йөрөтөү ата – әсәләрҙә бер ни тиклем ҡыйынлыҡтар тыуҙыра торғайны.  Ҡоро ваҡытта юлдарҙа осоп ятҡан туҙан, ямғырлы көндәрҙәге күләүектәр берәүҙең дә кәйефен күтәрмәй, әлбиттә.

Район  үҙәге халҡы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу бының менән  генә тамамланманы: төп Совет һәм Пионер урамдарында йәйәүлеләр  өсөн тротуарҙар эшләү башланды. Был эштәр “Уңайлы ҡала мөхите  булдырыу” проекты буйынса алып барыла һәм икенсе йылда ла дауам  итәсәк. Тормош алға бара.

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: